Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Актуаль интервью
18 Февраль 2019, 14:08

Торлаҡ шарттарын нисек яҡшыртырға?

“Ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү” программаһы ярҙам итәсәк

Башҡортостан Республикаһында халыҡтың 40 проценты тиерлек ауыл ерендә йәшәй, шуға күрә ауыл территорияларын социаль-иҡтисади үҫтереүҙе дәүләт тарафынан көйләү әлеге көндә айырыуса актуаль проблема булып тора. Төбәктә “Башҡортостан Республикаһының ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү” программаһы эшләй. Уны граждандарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өлөшөндә бойомға ашырыу тураһында рай- он хакимиәте башлығының төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов менән әңгәмәләшәбеҙ.


– Азамат Мөхәмәтхаяз улы, был программала кемдәр ҡатнаша ала?

– Социаль түләүҙәрҙе граждандарҙың ике категорияһы: ауыл ерендә йәшәүсе граждандар һәм ауыл ерендә йәшәүсе йәш ғаиләләр һәм йәш белгестәр алырға мөмкин.

Әгәр түбәндәге шарттар барыһы бергә үтәлһә, программала ҡатнашыусыға социаль түләүҙәр бирелә. Беренсенән, улар торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж, тип танылырға тейеш. Икенсенән – ауыл ерендә даими йәшәргә. Өсөнсөнән – ауыл ерендә хеҙмәт килешеүе буйынса эшләргә йәки эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген (төп эш урыны) бойомға ашырыр-ға (программала ҡатнашыу-сылар исемлегенә индереү датаһына кәм тигәндә бер йыл дауамында өҙлөкһөҙ “ауыл ерендә йәшәүсе граждандар” категорияһы буйынса). Тағы ла, ниһайәт, уларҙың торлаҡ хаҡы иҫәбенең 30 процентынан да кәм булмаған күләмдә үҙ һәм (йәки) заем средстволары булырға тейеш.

Граждандарҙы, шул иҫәптән йәш ғаиләләр һәм йәш белгестәрҙе торлаҡ бинаға мохтаж тип таныу һәм программала ҡатнашыусы сифатында иҫәпкә ҡуйыу район хакимиәте тарафынан бойомға ашырыла. Программа тураһындағы бар мәғлүмәт хакимиәт сайтында урынлаштырылған.

– Субсидия средстволарын ниндәй маҡсаттарға йүнәлтергә мөмкин?

– Ауыл ерендә торлаҡ һатып алыуға (шуныһы мөһим: программаға ярашлы, кеше торлаҡты яҡын туғандарынан һәм үҙе йәшәгән торлағын һатып ала алмай). Шулай уҡ средстволар торлаҡ йорт төҙөүгә, шул иҫәптән элек башланған төҙөлөшөн тамамлауға йүнәлтелергә мөмкин.

– Финанс ярҙамының күләме нимәгә бәйле?

– Уның күләме ғаилә сос-тавы һанына һәм республика территорияһында ауыл ерендәге торлаҡтың 1 кв. метрының уртаса баҙар хаҡына бәйле. Бөгөнгә был дәүмәл 20000 һумға тиң.

Әйтергә кәрәк, үткән йыл программаға үҙгәрештәр индерелде, уларға ярашлы йыл һайын 1 июлгә тиклем хакимиәт программа буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләк белдергән граждандарға документтар (ҡа-ғиҙәләрҙең 2.17-се пунктына ярашлы) бирергә кәрәклеге тураһында хәбәр итергә тейеш. Хакимиәт хәбәр иткәндән һуң бер ай эсендә граждан әлеге документтарҙы килтермәгән осраҡта хакимиәттең уны программала ҡатнашыусылар исемлегенән төшөрөп ҡалдырыу тураһында ҡарар ҡабул итергә хоҡуғы бар.

Анфиса


Белешмә

Районда 2014 йылдан “Башҡортостан Республикаһының ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү” программаһы ярҙамында 53 ғаилә, шул иҫәптән 34 йәш ғаилә һәм йәш белгестәр торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Бөгөнгә программа буйынса финанс средстволарын алыу-ға сиратта 120 ғаилә тора, уларҙың 36-һы “йәш ғаиләләр һәм йәш белгестәр” категорияһынан.