Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Актуаль интервью
12 Февраль 2019, 16:06

Хеҙмәт шарттарын махсус баһалау зарур

Хәүефһеҙ хеҙмәт шарттарын тәьмин итеү – эш биреүсенең бурысы

Микро- һәм бәләкәй бизнес ойошмаларындағы, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙарҙағы хеҙмәт шарттарын махсус баһалау тураһындағы һорауҙарға мәшғүллек үҙәгенең хеҙмәт буйынса белгесе Эльмира Юнысова яуап бирә:

– Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, эш биреүсе компанияла хәүефһеҙ эш шарттарын һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәтен һаҡлауҙы тәьмин итергә тейеш. Хеҙмәт шарттарын баһалау – әлеге талапты үтәү этаптарының береһе. Әгәр элек эш биреүселәр хеҙмәт шарттары буйынса эш урындарына аттестация үткәрергә бурыслы булһа, 2014 йылдан хеҙмәт шарттарын махсус баһалау уҙғарыла.

– Махсус баһалау уҙғарыуҙың сроктары ниндәй?

– 2013 йылдың 28 декабрендәге “Хеҙмәт шарттарын махсус баһалау тураһында” 426-ФЗ һанлы Федераль законға ярашлы, бөтә эш биреүселәр ҙә тәү махсус баһалауҙы 2018 йылдың 31 декабренән дә һуңға ҡалмайынса тамамларға, ә артабан был эште биш йылға кәмендә бер тапҡыр уҙғарырға тейеш.

– Микро- һәм бәләкәй бизнес ойошмаларында, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙарҙа хеҙмәт шарттарын махсус баһалауҙы ниндәй сроктарҙа уҙғарырға кәрәк?

– Ойоштороу-хоҡуҡи формаларына һәм милек формаларына бәйһеҙ, әлеге йөкләмә бөтә компанияларға, шәхси эшҡыуарҙарға ҡағыла. Компания эшләгән эшмәкәрлек өлкәһе, шулай уҡ эшҡыуарҙың статусы (мәҫәлән, бәләкәй бизнес), хеҙмәткәрҙәр- ҙең һаны роль уйнамай. 2018 йылда эш биреүсе тарафынан яңынан булдырылған эш урындары өсөн хеҙмәт шарттарына махсус баһа уҙғарыу срогы 12 ай тәшкил итә. Шулай итеп, әгәр эш урыны, миҫал өсөн, 2018 йылдың декабрендә булдырылһа, хеҙмәт шарттарын махсус баһалауҙы тамамлау срогы – 2019 йылдың декабре.

– Ҡайһы осраҡтарҙа шәхси эшҡыуарҙарҙа хеҙмәт шарттарына махсус баһалау уҙғарылмай?

– РФ Хеҙмәт кодексына ярашлы, эш биреүсе – хеҙмәткәр менән хеҙмәт мөнәсәбәттәренә инеүсе физик шәхес йәки юридик ойошма. Әгәр шәхси эшҡыуарҙа хеҙмәт килешеүе буйынса ялланып эшләүсе хеҙмәткәрҙәр булмаһа, махсус баһалау уҙғарылмай. Әгәр шәхси эшҡыуар белгестәрҙе аутосорсинг (гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү буйынса) шарттарында йәлеп итеп, улар өйҙә (йәки дистанцион рәүештә) эшләһә һәм уларҙың даими эш урындары булмаһа – шулай уҡ.

– Әгәр хеҙмәт шарттарын махсус баһалау һөҙөмтәләре буйынса эш урындары йәһәтенән зыянлы һәм (йәки) хәүефле производство фактор-ҙары табылмаһа, эш биреүсе артабан ниндәй ғәмәлдәр ҡылырға тейеш?

– Был осраҡта эш биреүсе тарафынан РФ субъектының Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына (булған урыны буйынса) декларация бирелә. Бирелгән декларацияның ғәмәлдә булыу срогы – декларацияланыусы эш урынында производстволағы бәхетһеҙлек осрағы, һөнәри сирҙәр йәки РФ Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тарафынан асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар булмағанда – 10 йыл.

– Хеҙмәт шарттарына махсус баһалау үткәреүсе ойошманы нисек дөрөҫ һайларға?

– Эш биреүсе һайланған махсуслаш-ҡан ойошма менән производство мөхите һәм хеҙмәт процесының зарарлы һәм (йәки) хәүефле факторҙарын тикшереү (һынау) һәм үлсәүгә тейешле гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеүе төҙөргә тейеш.

Хеҙмәт шарттарын махсус баһалау буйынса хеҙмәт күрһәтеү хоҡуғына әле аккредитацияланған ойошмалар реестрында булған һәм хеҙмәт шарттарына махсус баһалау үткәреүгә автоматик рәүештә рөхсәт бирелгән ойошмалар эйә. Хеҙмәт шарттарына махсус баһалау үткәреүсе ойошмаларҙың исемлеге БР Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы сайтында бар (www.mintrudrb.ru).

– Хеҙмәт шарттарына махсус баһалау үткәреүгә ҡағылышлы ҡануниәт талаптарын һанға һуҡмаған предприятие ниндәй яуаплылыҡ тотасаҡ?

– Махсус баһалау үткәреүҙең билдәләнгән тәртибен боҙоу йәки уны үткәрмәү иҫкәртелеүгә йәки РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 5.27.1-се статьяһының 2-се өлөшө нигеҙендә админис-тратив штраф һалыныуға килтерә. Вазифалы кешеләргә һәм юридик ойошма булдырмайынса ғына эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген бойомға ашырыусы шәхестәргә – 5000-дән 10000 һумға, юридик ойошмаларға – 60000-дән 80000 һумға тиклем.

Килеп тыуған һорауҙар буйынса шулай уҡ Мәсетле районы буйынса Халыҡ мәшғүллеге үҙәге бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Тел. 8 (34770) 2-02-38.