Бөтә яңылыҡтар
Актуаль интервью
11 Февраль 2019, 12:05

Яуа ҡарҙар…

Уны таҙартыуға кем яуаплы?

Һуңғы ваҡытта көндәр ысынлап ҡышҡыса була башланы: селләләр ҡарлы-буранлы көндәр менән алмашына. Бигерәк тә һуңғыһы халыҡ өсөн ысын һынауға әйләнде – автомобиль юлдарын ғына түгел, тротуар- ҙарҙы ла көрт һырҙы. Шуға күрә юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға бәйле мөрәжәғәттәр йышайҙы. Хәлде асыҡлау өсөн район хакимиәтенең төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү буйынса баш белгесе Альберт Ғилметдинов менән осрашып һөйләштек.

– Альберт Маратович, районда юлдарҙы таҙартыу өсөн кем яуап бирә?

– Тәүҙә шуныһын асыҡлап үтәйек. Районда юлдар өс төркөмгә бүленә: төбәк әһәмиәтендәге (Кропачево-Мәсәғүт-Әчит), ҡасаба-ара һәм ауыл биләмәләре юлдары. Һуңғыһына ауылдарҙың эсендәге юлдар ҡарай.

Республика юлдарын Мәсетле юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хеҙмәтләндерә. Ауылдар араһындағы юлдар-ҙың бер өлөшө – Башҡорт-остан Республикаһы юл хужалығы идаралығы балансында. Уларҙы ла Мәсетле юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хеҙмәтләндерә. Бер өлөшө – муниципалитет балансында.

Ауыл биләмәләре юлдарын хеҙмәтләндереү ауыл биләмәләре хакимиәттәренә тапшырылған. Әгәр ауыл биләмәһе хакимиәтенең үҙ техникаһы бар икән, улар ҡарҙы үҙ көстәре менән таҙарта. Булмаһа, хакимиәт граждандар, шәхси эшҡыуарҙар йәки крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары менән был эштәрҙе башҡарыу-ға килешеү төҙөй.

– Тимәк, районда юлдар-ҙың күпселек өлөшөн Мәсетле юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хеҙмәтләндерә. Ойошманың бындай ҙур күләмде башҡарырға техникаһы һәм эшсе көсө етәрлекме?

– Мәсетле ДРСУ-һының күпселек техникаһы иҫкергән. Ваҡыты-ваҡыты менән улар ватылып ала, ремонтлауға ваҡыт китә. Шуға күрә күпләп ҡар яуған саҡтарҙа ойошманың барлыҡ юлдар-ҙы ла нормаға килтерергә өлгөрмәүе ихтимал. Бигерәк тә Һабанаҡ, Ләмәҙтамаҡ һәм Дыуан-Мәсетле ауылдары янында техникаға тауға күтәрелеү һәм төшөү ауырға тура килә.

Район юл хужалығының ҡар таҙартыу техникаһы тәү сиратта республика әһәмиәтендәге юлдарҙы таҙартыуға ебәрелә, артабан – ауылдар араһындағы һәм ауылдарҙың юлдарын көрәүгә.

– Ауылдарында юлдар таҙартылмаһа, халыҡҡа нимә эшләргә?

– Ҡағиҙә булараҡ, барлыҡ оператив хеҙмәттәр юлдарҙы ҡарҙан ваҡытында таҙарта. Ҡар күп яуғанда бер-ҙәм дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәте диспетчеры ауыл биләмәләренән был йүнәлештә башҡарылған эштәр тураһында мәғлүмәт ала һәм район хакимиәтенә оператив хәбәр бирә. Ә инде ҡар таҙартылмаған осраҡ килеп сыҡһа, 112 һандары буйынса берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Барлыҡ мөрәжәғәттәр ҙә теркәлә, башҡарыусылар-ға тапшырыла һәм етешһеҙлек тулыһынса бөтөрөлгәнсе контролдә ҡала.