Бөтә яңылыҡтар
Актуаль интервью
31 Ғинуар 2019, 18:03

Эшкә саҡырыу

Бөтә донъя эшһеҙҙәр көнө 28 ғинуарҙа билдәләнә

Ундай көн булдырыуҙың маҡсаты – мәшғүллек проблемаларына иғтибар итеү.

Яраҡлы вакансия табыуҙың иң дөрөҫ юлдарының береһе – халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт итеү. Беҙҙең районда эшһеҙлек буйынса хәл-шарттар торошо тураһында үҙәк район-ара мәшғүллек үҙәге бүлеге начальнигы Гөлнара Бикташева һөйләне.

– Мәсетле районында эшһеҙлек менән бәйле тотош хәл-торошҡа аңлатма бирегеҙ әле.

– Бөгөн райондың хеҙмәт баҙарындағы хәл-торошто тотороҡло тип билдәләргә була. Мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған эшһеҙҙәр һаны, бынан алдағы йылдарға ҡарағанда, йыл башына 15 процентҡа кәмегән. 2018 йылда Мәсетле районы буйынса халыҡ мәшғүллеге үҙәге бүлегенә дәүләт хеҙмәте менән файҙаланыу маҡсатында 6676 кеше мөрәжәғәт итте. Мәшғүллек үҙәге булышлығында 527 эшһеҙ граждан эш тапҡан (2017 й. – 499 кеше). 2018 йылда дөйөм эшкә урынлашыу кимәле 68,3% тәшкил иткән (2017 йылда – 64%), был үткән йылдың ошондай уҡ осоро менән сағыштырғанда 4,3 процентҡа күберәк.

– Эшһеҙлек буйынса пособие күләме ниндәй?

– 2018 йылдың декабрендә пособиеның уртаса күләме 2999 һум йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумының 40,5 процентын тәшкил итте. Эшһеҙлек буйынса пособиеның минималь күләмен алыусылар өлөшө – 63%, ә максималь күләмен алыусылар 36,9% тәшкил итте. Беҙгә күбеһенсә бер йылдан артыҡ эшләмәгән, әммә хеҙмәт эшмәкәрлектәрен тергеҙергә теләгән кешеләр мөрәжәғәт итә. Улар: пенсия алды йәшендәге, райондың төпкөл ауылдарында йәшәгән, һаулыҡтарында проблемалар булған кешеләр, эш тәжрибәһе булмаған йәштәр.

– Ваҡытлыса мәшғүллек менән эштәр нисек тора?

– Кемде даими эшкә урынлаштыра алмайбыҙ, шуларҙы ваҡытлы эштәргә ебәрәбеҙ. Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлелекте кәметеү, эшһеҙ граждандарҙа хеҙмәткә теләктәрен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 2018 йылда йәмәғәт эштәренә – 53, балиғ булмаған граждандарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса – 21, эш эҙләүҙә ҡыйынлыҡтар кисереүсе граждандарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса 10 килешеү төҙөлдө.

– Мәшғүллек үҙәгендә ниндәй бурыстар бөгөнгә барыһынан да өҫтөнөрәк?

– Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең өҫтөнлөклө бурысы булып эш тапҡан граждандар һанын арттырыу, теркәлеүсе эшһеҙлек кимәлен кәметеү буйынса эш тора. Шуның менән бергә төп фактор – вакантлы эш урындары банкының булыуы. Был банкты формалаштырыу өсөн мәшғүллек үҙәге райондың эш биреүселәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, улар, үҙ сираттарында, үҙҙәрендәге вакантлы эш урындары тураһында ай һайын мәғлүмәт биреп тора.

Мәҫәлән, 2018 йылда эш биреүселәр тарафынан 1606 вакансия тәҡдим ителгәйне (2017 йылда – 1141). Килгән вакансияларҙы анализлау бер нисә йыл дауамында юғары һәм урта һөнәри белемле белгестәргә ихтыяж һаҡланыуын күрһәтә. Эшкә урынлаштыра алмаған граждандарға уҡырға, ҡайтанан уҡып алырға йәки квалификацияларын күтәрергә тәҡдим итәбеҙ. 2018 йылдың башынан эшһеҙ 60 граждан райондың хеҙмәт баҙарында һорау менән ҡулланылыусы электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе, водитель, парикмахер, ашнаҡсы, бухгалтер, һаҡсы, стропальщик кеүек һөнәрҙәр буйынса уҡырға ебәрелде. Уҡып ҡайтҡан эшһеҙҙәрҙең 89 проценты эшкә урынлаштырылды. Эш эҙләүҙә ҡыйынлыҡ кисергән ике эшһеҙ граждан “Белем биреү сертификаты” программаһы буйынса уҡыу үтте һәм “һаҡсы” һөнәре буйынса эшкә урынлаштырылды.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың балаларын тәрбиәләү буйынса бурыстарын хеҙмәт эшмәкәрлектәре менән бергә алып барыу өсөн шарттар тыуҙырыуға, шулай уҡ өс йәшкә тиклемге балаларын ҡарау буйынса отпускылағы ҡатындарҙың һөнәри уҡыуын ойоштороуға саралар комплексы бойомға ашырыла. Улар иҫәбенән өс ҡатын “Персонал менән идара итеү” һөнәре буйынса уҡырға ебәрелде. Үрҙә һанап үтелгән программалар быйыл да ғәмәлдә, уҡып алырға йәки эшкә урынлашырға теләгәндәрҙе мәшғүллек үҙәгенә саҡырабыҙ.

– Пенсия реформаһына бәйле, пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн ниндәй ярҙам саралары бар?

– “Рәсәй Федерацияһының пенсиялар тәғәйенләү һәм түләү мәсьәләләре буйынса айырым закондар сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 350-ФЗ һанлы Федераль закон мәшғүллек хеҙмәте эше регламентына ла үҙгәрештәр индерҙе. Эшһеҙлек буйынса пособие түләү сроктары һәм күләмдәре үҙгәрҙе. Пенсия алды йәшендәге кешеләр өсөн ярҙам саралары ҡаралған. Эшләп йөрөгән һәм эшләмәгән пенсия алды йәшендәгеләргә уҡырға тәҡдим итәбеҙ, унда эш биреүселәр өсөн субсидия ҡаралған. Пенсия алды йәшендәге граждандарҙы һөнәри уҡытыуҙың махсус программаһы 2024 йылға тиклем эшләнгән.

Беҙ барыһының да эше бул-һын өсөн эшләйбеҙ, шуға күрә Мәсетле районы буйынса мәш-ғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ, һәм беҙ һеҙгә эш табырға йәки кәрәкле хеҙмәткәрҙәр һайлап алырға ярҙамлашырбыҙ. Эш эҙләүселәр һәм эш биреүселәр беҙҙең хеҙмәткәрҙәр яғынан ярҙамға, консультацияларға, ҡулайлы вариант һайлап алыуға һәм башҡа практик ярҙамға һәр ваҡыт иҫәп тота ала.