Йыш бирелгән һорауҙарға яуаптар алыу өсөн беҙ район хакимиәтенең опека һәм попечителлек буйынса баш белгесе Регина Ғайсинаға мөрәжәғәт иттек.
– Граждандарҙың күбеһе опека органдары эшенең нимәгә ҡайтып ҡалыуын аныҡ ҡына күҙ алдына килтерә алмай. Был хаҡта һеҙ ентеклерәк һөйләй алаһығыҙмы?
– Опека һәм попечителлек органдарының структураһы, вәкәләттәре, улар-ҙың эшмәкәрлеген контролләү тәртибе, Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте һәм Баш-ҡортостан Республикаһы ҡануниәтенә ярашлы, Мәсетле районы муниципаль районы Уставы нигеҙендә муниципаль хоҡуҡи акттар менән билдәләнә. Опека һәм попечителлек органдарының вәкәләттәре ярайһы уҡ киң, бер мәҡәләлә генә уларҙы һанап бөтөп булмаҫ, тип уйлайым, улар Башҡортостан Республикаһының 2002 йылдың 9 ғинуарындағы “Башҡортостан Республикаһында опека һәм попечителлек органдары эшмәкәрлеге тураһында” 292-з һанлы Законында ентекләп яҙылған.
Ләкин опека һәм попечителлек органдары белгестәренең балиғ булмағандарға ҡарата төп бурысы – уларҙың, шул иҫәптән етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙың, шулай уҡ 18-ҙән 23 йәшкә тиклемге етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау.
– Мәсетле районында нисә етем бала иҫәпләнә?
– Бөгөнгә Мәсетле районының опека һәм попечителлек органында опекаға алынған 146 балиғ булмаған бала иҫәптә тора.
– Һеҙҙең ҡарамаҡҡа, йәмғиәтебеҙҙә ата-әсәләре тере була тороп етем балаларҙың бик күп булыуына ниндәй факторҙар йоғонто яһай?
– Һис шикһеҙ, социаль етемлектең төп сәбәбе булып ата-әсәләрҙең балиғ булмаған балаларына ҡарата үҙ бурыс- тарын тейешенсә үтәмәүҙәре, уларҙың физик һәм психик һаулыҡтарын ҡай-ғыртмауы, ҡағиҙә булараҡ, ул алкоголде самаһыҙ ҡулланыуҙың эҙемтәһе.
– Һеҙҙең сектор эше арҡаһында һуңғы йылдарҙа нисә бала яңы ғаиләгә эйә булды? Ғөмүмән, етем балаларға ярҙам итеү өсөн ниндәй эштәр алып барыла?
– Миҫал өсөн, 2018 йылда Мәсетле ғаиләләренә 19 бала урынлаштырылды, улар-ҙың 11-е башҡа төбәктәрҙән килгән.
– Уллыҡҡа алыу менән ҡарауға алған ғаилә араһында айырма бармы? Булһа, нимәлә?
– Айырма бар һәм һиҙелерлек. Уллыҡҡа алынған осраҡта бала үҙ балалары кеүек барлыҡ хоҡуҡтарға, шул иҫәптән мираҫ алыу хоҡуғына ла эйә була, был процедура суд ҡарары буйынса хәл ителә. Баланы ғаиләгә тапшырғанда дәүләт ярҙамы саралары сифатында ата-әсәгә бер тапҡыр түләнә торған пособие бирелә, шулай уҡ уллыҡҡа алыусылар бала тыуған ғаиләләргә тейешле түләүҙәрҙең бер өлөшөнә (йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие, әсәлек капиталы) хоҡуҡлы. Ундай осраҡта опека органдары яғынан контроль өс йыл дауамында йыл һайын баланың йәшәү шарттарын тикшереү юлы менән бойомға ашырыла.
Ҡарауға алған ғаилә осрағында баланың ата-әсә ҡарауынан ҡалған бала статусы һаҡлана. Ҡарауға алған ғаилә опека һәм попечителлек органы менән ҡарауға алыусы ата-әсә араһында баланы ғаиләгә тәрбиәгә тапшырыу тураһында килешеү төҙөү нигеҙендә барлыҡҡа килә. Әлеге килешеү нигеҙендә ҡарауға алған ата-әсә дәүләт ярҙамы сифатында баланы ҡарау-ға ай һайын пособие һәм үҙ бурыстарын үтәгән өсөн эш хаҡы ала. Әгәр баланың торлағы булмаһа, уның быға, шулай уҡ бөтә социаль түләүҙәргә хоҡуғы һаҡлана.
– Ғаиләгә бала алыу өсөн ниндәй документтар килтерергә кәрәк?
– Исемлек буйынса документтар йыя башлар алдынан, кандидаттар телдән консультация алыу өсөн опека һәм попечителлек органына мөрәжәғәт итергә һәм, ҡарауға алыусы ата-әсә булырға ҡарар ителгәндә, ҡарауға алыусы ата-әсә булыу мөмкинлеге тураһында һығымта биреүҙе үтенеп ғариза ҡалдырырға тейеш.