Бөтә яңылыҡтар
Актуаль интервью
30 Октябрь 2018, 19:08

Малдарҙы идентификациялау һәм уларҙың иҫәбен алып барыу мотлаҡ

Хәҙер ауылда иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – малдарҙы идентификациялау һәм уларҙың иҫәбен алып барыу. Йорт хайуандарын һәм ҡоштарын ҡайҙа һәм ни өсөн теркәргә кәрәк? Ошо хаҡта Мәсетле районы ветеринария станцияһы начальнигы Илдар Ғәниев менән һөйләшәбеҙ.

– Илдар Дамир улы, малдарҙы идентификациялау тураһында һөйләгеҙ әле?

– Малдарҙы идентификациялау – ул билдә ҡуйыу юлы менән малға идентификация номеры биреп, мал тураһында мәғлүмәтте Федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында теркәп һәм паспорт биреп, малдарҙың иҫәбен алып барыу системаһы. Ул малдарҙың йәшәү процесын, вакциналар ҡуйылыуын, сәләмәтлек торошон, миграцияһын контролдә тоторға мөмкинлек бирә.

– Ниндәй малдар һәм ҡоштар теркәлергә тейеш?

– Шәхси ярҙамсы хужалыҡта йәки фермер хужалығында булған барлыҡ йән эйәләре: һыйырҙар, сус-ҡалар, тауыҡтар, ҡаҙҙар, бесәйҙәр, эттәр, бал ҡорттары күстәре. Бөтәһе лә. Һәр бәпкәне яҙырға кәрәкмәй, әлбиттә. Артабан үрсетеү өсөн ҡыш-ҡылыҡҡа ҡалдырған инә ҡоштарҙы ғына. Уларҙың барыһы ла берәмләп йәки төркөмләп идентификацияланырға тейеш. Был йоғошло сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймау, сирҙең сығанағын һәм таралыу юлын асыҡлау маҡсатында башҡарыла.

– Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм шәхси хужалыҡтарҙа малдарҙың барыһын да идентификациялау ни өсөн кәрәк?

– Был талап тәү сиратта бер малды икенсеһе менән алмаштырыу мөмкин булмаһын, ҡотороу сиренә һәм башҡа ауырыуҙарға ҡаршы вакцина ҡуйылмаған малдарҙы күсереүгә юл ҡуймау, юғалған малды табылған осраҡта хужаһына кире ҡайтарыу өсөн, эйәһеҙ мал табылғанда, уны махсус база буйынса номеры буйынса табыу өсөн кәрәк. Шулай уҡ малды һатырға ҡарар иткәндә, базаға индерелмәгән мал өсөн ветеринария станцияһынан һәм ауыл советынан белешмә алып булмай.

– Йорт малдарын идентификациялау буйынса эштә барлыҡ мал эйәләренә лә ҡатнашырға кәрәкме?

– Эйе, “Ветеринария тураһында” закон һәм РФ, БР Хөкүмәттәре ҡарары буйынса мал хужалары, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында законға ярашлы, административ яуап-лылыҡ тота.

– Малдарҙы ҡайҙа һәм нисек теркәйҙәр?

– Райветстанция малдарҙы идентификациялауҙы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа һәм фермер хужалыҡтарында алып бара. Ветстанцияла эре һәм ваҡ малдар өсөн биркалар, аттар өсөн электрон чиптар бар. Был мәсьәләгә ҡағылышлы барлыҡ һорауҙар менән Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Сауҙа урамы, 1 адресы буйынса Мәсетле районы ветеринария станцияһына (тел. 2-00-93), шулай уҡ Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәгенә (тел. 2-02-93) мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Айгөл ШАРАПОВА

әңгәмәләште.