Бөтә яңылыҡтар
Актуаль интервью
24 Сентябрь 2018, 12:01

Районда ҙур эштәр көтөлә

Киләсәккә төҙөлөш буйынса пландар тураһында район хакимиәте башлығының төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов һөйләне.

– Һуңғы йылдарҙа районда төҙөлөш өлкәһендә тынлыҡ булды. Республика етәкселеге ярҙамы, район хакимиәте башлығының ныҡышмалығы һәм команданың тырышлыҡты талап иткән эше менән һуңғы арала билдәле бер һөҙөмтәләргә ирештек. Ни өсөн мин тырышлыҡты талап иткән эш, тип әйтәм? Бюджет аҡсаһына ниндәй ҙә булһа объект төҙөү өсөн башта Хөкүмәткә теге йәки был объекттың район өсөн кәрәк булыуын иҫбатларға, рөхсәт документтарын әҙерләргә, проект әҙерләүгә аҡса табырға, проект ойошмаһын һайлау буйынса конкурс процедураларын үткәреүгә, артабан проекттың үҙен әҙерләргә, уны әҙерләгәндә ҡулайлы вариантын табырға, дәүләт экспертизаһын үтергә, проект хаҡын дәлилләргә кәрәк. Был эштәрҙе башҡарыу өсөн иң кәмендә бер, хатта ике йыл талап ителеүе мөмкин.

– Һөҙөмтәләр тураһында һөйләп үтегеҙ әле.

–2017 йылда беҙ ҙур проект әҙерләй алдыҡ. Ул Оло Ыҡтамаҡ ауылында йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын үҙгәртеп ҡороу йәки айырым йылытыу системаһына күсеү һәм блоклы ҡаҙанлыҡтар ҡуйыу. Белеүегеҙсә, был проект буйынса эштәр бара. Масштаблы булғанлыҡтан, ул ике йылға бүленеп эшләнде. Проект 200 миллион һум тирәһендә баһаланды. Проект ярҙамында беҙ параллель рәүештә норматив хеҙмәт итеү срогы сыҡҡан муниципаль газ селтәрҙәрен яңыртабыҙ. Уларҙы алмаштырыу өсөн район бюджетынан байтаҡ сығымдар талап ителер ине. Шулай уҡ үткән йыл Көньяк микрорайонында 140 урынлыҡ балалар баҡсаһы проектын әҙерләү һәм төҙәтмәләр индереү буйынса әүҙем эш алып барҙыҡ. Был проект республиканың 100 йыллығына ярашлы эшләнә. Заказсы-төҙөүсе булып Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы тора. Ул бөгөн подрядсы ойошманы билдәләү буйынса конкурс процедураһын үткәрә. Октябрҙә подрядсы билдәләнер һәм эштәр башланыр, тип өмөтләнәбеҙ. Ошо йылдың һуңына тиклем 22 млн һумлыҡ эштәр үтәлергә тейеш. Төҙөлөш эштәре 2019 йылдың октябрь һуңына тиклем планлаштырылған.

Тағы ла бер ҡыуаныслы хәбәр: Көньяҡ микрорайонында һыу менән тәьмин итеү системаһын үҫтереүгә финанс бүленәсәк. Унда һыу менән тәьмин ителмәгән 220-гә яҡын ер участкаһы бар. Йыл һуңына тиклем был селтәрҙе беҙ төҙөп бөтөрөргә тейеш.

Көнсығыш микрорайонын һыу менән тәьмин итеү проектын әҙерләй башланыҡ. Оло Ыҡтамаҡ ауылында һыу менән тәьмин итеү – беҙҙе күптәнән борсоған проблема инде ул.

14 сентябрҙә эксперттар советында Хөкүмәт ҡарамағындағы ултырыш булды. Унда “Ашығыс ярҙам” станцияһы менән 63 койка-урынға иҫәпләнгән дауахана һалыуҙы тамамлауға проект-смета документацияһына төҙәтмәләр индереүгә һәм уны әҙерләүгә аҡса бүлергә ҡарар ҡабул ителде. Проект әҙерләнгәндән һуң артабан төҙөлөш эше оҙаҡҡа һуҙылмаҫ, тип ышанабыҙ.

Шулай уҡ Көнсығыш микрорайонында газ үткәргесе һуҙыуға аҡса бүленгән, подрядсы әлегә билдәләнмәгән, конкурс процедуралары бара. Айып ауылында газ менән тәьмин итеү селтәрҙәре төҙөүгә аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Был Йонос-Әбдрәхим-Айып ҡасаба-ара газ үткәргесе төҙөү проекты менән бер юлы алып барыла. Әгәр 2019 йыл дауамында проектты эшләй алһаҡ, төҙөлөштө 2020 йылда башлап булыр, тип уйлайым.

Өҫтәп тағы ла шуны әйтер инем: Оло Ыҡтамаҡ ауылында Балалар сәнғәт мәктәбе төҙөүгә алдан килешеү үтте. Республика Башлығы проектты билдәләргә һәм уны ғәмәлгә ашырыу буйынса тәҡдим индерергә бойорҙо. Бынан тыш, Яңы Мөслим һәм Дыуан-Мәсетле ауылдарында мәҙәниәт йорттары төҙөү проекты һайлау буйынса эштәр алып барыла. Киләһе йылдарҙа ошондай ике объект барлыҡҡа килергә тейеш.

Оло Ыҡтамаҡ лицейында спорт залы төҙөүгә бәйле Мәғариф министрлығы менән мәсьәләне хәл итеү буйынса эштәр алып барыла. Быйыл үҙәк скверҙы төҙөкләндереү буйынса проектты ғәмәлгә ашырабыҙ. “Светлячок” балалар баҡсаһын реконструкциялау буйынса проектты әҙерләү тамамланыу өҫтөндә. Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалы бинаһында ҡыйыҡты ремонтлауға аҡса бүленгән. Көньяҡ микрорайонының Мелиораторҙар, Пушкин, 8-се Март, Сейәле, Акулов, Йәшел сауҡалыҡ һәм Ҡояшлы урамдарында юлдарҙы ремонтлау планлаштырылған.

– Әй йылғаһы ярҙарын нығытыу мәсьәләһе буйынса нимәләр әйтер инегеҙ?

– Ысынлап та, был мәсьәлә көнүҙәк булып ҡала. Әй йылғаһы ярҙарында ауылдар янында алты хәүефле участка бар. Әйтерегә кәрәк, был бик оҙайлы проект, проектлау буйынса эштәр ике йыллап һуҙыласаҡ. Экспертизалар үткәрергә кәрәк буласаҡ. Әммә, иң мөһиме, эш башланды. Элек был мәсьәлә бер нисек тә хәл ителмәгән, район 10 йыл дауамында был мәсьәләне урынынан ҡуҙғатырға тырыш-ҡан, ә хәҙер алға китеш бар.

– Ҡорғат ауылындағы Аҡа йылғаһы аша күпер тураһында әйтеп үтегеҙ әле?

– Объектты Башҡортостан Республикаһының юл хужалығы идаралығы ғәмәлгә ашыра. Күпер авария хәлендә ине. Хөкүмәттә ҡарар ҡабул итеү процедуралары оҙаҡ барҙы һәм, ниһайәт, мәсьәлә хәл ителде. Беҙҙең районға, республиканың 9 районы иҫәбендә, күпер төҙөүгә аҡса бүленде.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Тағы ла әйтер һүҙҙәрегеҙ бармы?

– Эре проекттарҙан тыш районда ихаталарҙа төҙөкләндереү өҫтөндә эшләргә, ял һәм балалар өсөн уйын урындары булдырырға, юл инфраструктураһы мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк. Эйе, беҙгә ҙур эш күләме башҡарырға һәм ғәмәлгә ашырырға әле. Иң мөһиме, районда күп йүнәлештәр буйынса ентекле эш алып барыла.

Адель ҒАФФАРОВА.