Бөтә яңылыҡтар
Актуаль интервью
20 Август 2018, 12:14

Кәзә– бөтә үҫентеләргә бәлә

Район үҙәге халҡын ҡараусыһыҙ кәзәләр һәм уларҙың хужалары менән нисек көрәшергә тигән һорау борсой. Ошо мәсьәлә буйынса Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһенең төҙөкләндереү буйынса белгесе Гүзәл Юнысова ентекле аңлатма бирҙе.

– Оло Ыҡтамаҡ ауыл хакимиәтенә кәзәләрҙең ҡарауһыҙ йөрөүенә бәйле бик күп ялыуҙар килә. Ысынлап та, Оло Ыҡтамаҡ ауылы урамдарында йыш ҡына ҡараусыһыҙ йорт кәзәләре көтөүе йөрөй, улар күршеләргә һәм үҫентеләргә күп кенә бәлә килтерә. Был хай-уандарҙың ҙур аппетит менән айырылып торғаны билдәле. Өҫтәүенә, баҡыра башлаһалар, ял тураһында онот инде. Иң һуңғы мөрәжәғәт иткән ҡатын күп һанлы кәзәләр көтөүе хужаһының фамилияһын әйтте, ул үҙенең хайуандарын иреккә сығарып ебәрә. Кәзәләре, күршеһенең йәшелсә баҡсаһына кереп, сейәне, күп йыллыҡ сортлы сәскәләрҙе кимергән, ултыртылған түтәлдәрҙе (кишер, салат үләне, редис һәм башҡалар) тапап бөтөргән. Асыуланған күрше- ләрҙең “цивилизациялы” һөйләшеүе һөҙөмтә бирмәй.

Йорт хайуандарын һәм ҡоштарын аҫрау ҡағиҙәләре барлығын бәлә килтергән хужаларҙың иҫтәренә төшөрөп үтәбеҙ:

– йорт кәзәләре тик өй эргәһендәге территориялағы ялан кәртәлә йәки хужалары күҙәтеүе аҫтында көтөүлектә ҡаралырға тейеш;

– йорт хайуандарын көтөү урындағы үҙидара органының норматив-хоҡуҡ акттары билдәләгән көтөүлек урындарында хужаһы йәки уның ҡушыуы буйынса башҡа кеше күҙәтеүе аҫтында ғына рөхсәт ителә;

– хужалары йорт хайуандары һәм ҡоштарының ихаталарҙы, тротуарҙар-ҙы, урамдарҙы, парктарҙы, газондарҙы, балалар майҙансыҡтарын, скверҙарҙы, майҙандарҙы, шулай уҡ торлаҡ йорттоң ишек алдын бысратыуына юл ҡуймаҫҡа бурыслы;

– малын урамда ҡалдырған хужалар йәшел үҫентеләрҙе боҙған өсөн зыянды һәм малды ҡыуып япҡан өсөн сығымды ҡайтара;

– йәмәғәт урындарында ҡараусыһыҙ йөрөгән мал тотоп ябыла. Ҡағиҙәне боҙоусы ғәмһеҙ хужаларға админис-тратив протокол төҙөләсәк һәм штраф һалынасаҡ.

Ошо статья буйынса граждандарға – 1000 һумдан 3000-гә тиклем, вазифалы кешеләргә – 5000 һумдан 8000-гә тиклем, юридик шәхестәргә 15000 һумдан 20000-гә тиклем штраф ҡаралған. Ҡабаттан административ хоҡуҡ боҙоу граждандарға – 3000 һумдан 5000-гә тиклем, вазифалы кешеләргә – 10000 һумдан 15000-гә тиклем, юридик шәхестәргә 30000 һумдан 40000-гә тиклем административ штраф менән янай.

Был айҙа ғына 6000 һум дөйөм суммаға 5 административ протокол төҙөлгән.

Мал хужаларын тәртипкә өндәйбеҙ һәм башҡаларҙы хөрмәт итергә саҡырабыҙ.

Кәзә хужалары һанап кителгән нормаларҙы мотлаҡ үтәргә тейеш. Күрәһең, кәзә көтөүе хужалары был турала ишетмәгән. Әгәр ҙә һеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыу-сылар, айырым граждандарҙың мал аҫрау тәртибен боҙоуҙарын күрһәгеҙ, ауыл биләмәһе хакимиәтенә йәки 2-00-95 телефоны буйынса мөрәжәғәт итегеҙ. Бәлки яуаплылыҡҡа тарттырыу һәм штраф һалыу, ысынлап та, хужаларға үҙҙәренең бурыстарына етди ҡарарға ярҙам итер.

Эльвира БАҺАУЕТДИНОВА.