– Гөлнара Ралит ҡыҙы, бүлексәгә йыл башында кисерергә тура килгән ваҡиғаны иҫкә алып үтеү урынлы бу- лырҙыр, моғайын.
– 1 ғинуарҙан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарары нигеҙендә ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам бүлексәһе Башҡортостан Республикаһының Төньяҡ-Көнсығыш район-ара “Ғаилә” үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы итеп үҙгәртелде. Балаҡатай, Ҡыйғы, Дыуан, Салауат һәм Мәсетле райондарында үҙәктең биш бүлексәһе, шулай уҡ Ҡыйғы, Балаҡатай һәм Дыуан райондарында балалар өсөн өс социаль приют эшләй.
– Һеҙҙең бүлексәлә ниндәй белгестәр үҙ функцияларын башҡара?
– Беҙҙең коллектив ҙур түгел– ни бары биш кеше: бүлексә мөдире Фирүзә Шабакова, социаль эш буйынса белгестәр Гөлнара Мөхәрәмова, Лариса Миңлебаева, педагог-психолог Гөлнара Шәйхелисламова һәм водитель Радик Ғәҙелшин.
– Һеҙҙең бүлексә тәғәйен генә ни менән шөғөлләнә, алдығыҙға ниндәй бурыстар ҡуйылған?
– Беҙҙең төп бурыс – ғаилә институтының, ата-әсәләр яуап-лылығының үҫешеүенә һәм нығыныуына булышлыҡ итеү, шулай уҡ социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип танылған граждандарға социаль-хоҡуҡи, социаль-психологик, социаль-педагогик һәм сроклы хеҙмәттәр күрһәтеү.
Беҙ хәл иткән мәсьәләләр даирәһе ярайһы уҡ киң. Дәүләт һәм муниципаль органдар, йәмәғәт берекмәләре менән берлектә социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж ғаиләләрҙе һәм айырым граждандарҙы асыҡлайбыҙ. Өлкән йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы психоневрологик интернатҡа һәм стационар хеҙмәтләндереү өсөн дөйөм типтағы интернаттарға урынлаштырыуҙа булышлыҡ итәбеҙ, инвалид балаларҙы Балтас районында урынлашҡан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитациялау үҙәгенә ебәрәбеҙ.
– Нисә ғаилә, бала иҫәптә тора?
– Бөгөнгә 129 ғаилә һәм 317 бала. Ләкин был һандар үҙгәреп тора. Беҙҙең бурыс – уларҙы табыу ғына түгел, ә килеп тыу-ған ауыр хәлдән сығырға булышлыҡ итеү.
– Быйыл индерелгән яңылыҡтар бармы?
– БР-ҙа Ғаилә йылына ярашлы Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан “Ғаилә” республика ресурслы үҙәге менән берлектә “Ғаилә ялдары” проекты эшләнде. Ғаиләгә ярҙам итеүҙең берҙәм асыҡ системаһын булдырыуға йүнәлтелгән, уның көнүҙәк ихтыяждарын иҫәпкә алыусы һәм әүҙем тормош позицияһын формалаштырыуға булышлыҡ итеүсе был сара беҙҙең районда ла уҙғарылды.
– Былтыр республикала “БР-ҙа оло йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн ҡарауға алыусы ғаиләләр тураһында” яңы закон көсөнә инде. Беҙҙең районда ҡарттарҙың йәки инвалидтарҙың опекуны булыр-ға теләгәндәр бармы?
– Эйе, бар. Беҙҙең бүлексәгә ике ғаилә мөрәжәғәт итте. Әлеге мәлдә документтар әҙерләнә.
– Гәзит “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” акцияһы уҙғарылыуы тураһында һөйләгәйне инде. Үҙәк эшмәкәрлегенең тағы ла ниндәй миҫалдарын килтерер инегеҙ?
– Беҙҙең бүлексәлә “Әйбер-ҙәр банкы” эшләй, уның аша аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм ҡарт граждандарға кейем- һалым, аяҡ кейемдәре, уйынсыҡтар рәүешендә ярҙам күр-һәтәбеҙ. “Техник реабилитациялау саралары прокаты” эшләй. Инвалид коляскалары, ҡултыҡ таяҡтары, санитар ултыр-ғыс, кресло-бәҙрәф һәм медицина карауаттарын прокатҡа бирәбеҙ. Был хеҙмәт түләүле. Прокатты рәсмиләштереү өсөн кәрәкле документтар: паспорт күсермәһе, СНИЛС һәм ИНН.
Беҙҙең бүлексә белгестәре шулай уҡ иҫтәлекле даталарға һәм байрамдарға тура килтереп саралар, “Ҡарлуғас”, “Күршеләр – тел биҫтәләре” һәм “Өмөт” аралашыу клубтарында осрашыуҙар ойоштороп үткәрә.
– Граждандар үҙәк хеҙмәттәренә мохтаж булыуҙарын нисек белдерә ала?
– Социаль хеҙмәт алыусылар үҙҙәре килеп, телефон аша мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ яҙма ғариза йәки үтенестәрен ебәрергә хоҡуҡлы. Беҙҙең учреждение адресы: Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20; 11, 12, 13-сө кабинеттар. Телефон: 2-02-73.
Айгөл ШАРАПОВА әңгәмәләште.