– Азат Раффаз улы, ер участкаларына инвентаризация үткәреү нимәне күҙ уңында тота һәм ниндәй сараларҙы үҙ эсенә ала?
– Инвентаризация ер участкаларының һәм капиталь төҙөлөш объекттарының барлығын раҫлау, техник характеристикаларының иҫәптә булған мәғлүмәттәргә тап килеүен билдәләү, шулай уҡ теркәлмәгән һәм файҙаланылмаған күсемһеҙ милек объекттарын асыҡлау маҡсатында тикшереү үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Мәсетле районында Баш-ҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы Хакимиәте башлығының төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары А. М. Ҡәләмов рәйеслегендә ведомство-ара комиссия булдырылған. Төп эштәрҙе Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Мәсетле районы буйынса милек менән идара итеү комитеты (артабан – КУС) етәкселегендә ауыл биләмәләренең ерҙе файҙаланыу буйынса белгестәре алып бара. Ауыл биләмәләрендә мобиль эш төркөмдәре булдырылған, улар кү-семһеҙ милек объекттарына тикшереү үткәрә.
Һәр объектҡа тикшереү карталары төҙөлә, бөтә туп-ланған мәғлүмәт КУС-ҡа тапшырыла, аҙаҡтан – БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына.
– Инвентаризация барышы тураһында һөйләгеҙ әле.
– Башта инвентаризацияны 2017 йылдың 31 декабренә тиклем тамамларға планлаштырылған ине. Бындай сараларҙың төп этабы булып муниципаль берәмектәрҙәге эш төркөмдәренең ер участкаларына һәм капиталь төҙөлөш объекттарына йорт башына тулы күләмдә тикшереү үткәреү торҙо.
Әлеге ваҡытта республика буйынса өс миллиондан ашыу объект тикшерелгән, был планлаштырылған күр-һәткестең 73 процентын тәшкил итә. Йыйылған мәғлүмәттәр техник эшкәртеүҙе талап итә, шуға күрә инвентаризация 2018 йылдың һуңына тиклем оҙайтылды.
Мәсетле районы буйынса 33412 объекттың 24724-е, йәки 74 проценты тикшерелгән. БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына 2539 объект буйынса мәғлүмәт ебәрелгән. Был 8,6 процент тәшкил итә.
– Ер участкаларына һәм капиталь төҙөлөш объекттарына дөйөм инвентаризация үткәреүҙән ниндәй һөҙөмтәләр көтөлә?
– Бөтә саралар һөҙөмтәһендә иҫәптең дөрөҫлөгө, ер участкаларының һәм капиталь төҙөлөш объекттарының тейешенсә файҙаланылыуы раҫланасаҡ, маҡсатлы файҙаланылмаған объекттар, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙе рөхсәтһеҙ биләгән участкалар, рөхсәтһеҙ төҙөлгән һәм төҙөлөп бөтмәгән объекттар асыҡланасаҡ, тикшереү үткән объекттар, уларҙың хужалары, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры, дәүләт (муниципаль) мөлкәт реестры мәғлүмәттәренең фактик мәғлүмәттәр менән тап килеүе билдәләнәсәк.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.