Мәсетле тормошо
-3 °С
Облачно
Акция
29 Марта 2019, 09:04

Еңеү тарихтары

БР Мәғариф министрлығы, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы 1941-1945 йылдар-ҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арналған “Еңеү тарихтары” республика патриотик акцияһы уҙғара.

Добавить в предпочтительные источники Google
Акцияла ҡатнашыу өсөн муниципаль берәмектең ветерандар советы менән бәйләнешкә инергә һәм ветерандар менән осрашыуға әҙерлек буйынса эштәр башҡарырға, ветеран менән әңгәмәнең аудио-видеояҙмаһын һәм фотоға төшөрөүҙе ойошторорға, ветерандар менән осрашыу тураһында ролик эшләргә. Заявка әҙерләргә һәм әҙер материалдар пакетын республика патриотик акцияһының ойоштороу комитетына ебәрергә.

Акция өс этапта үтә: тәүгеһендә ветерандар менән осрашыу-ҙар уҙғарыла, видеоинтервью яһала, материал әҙерләнә һәм әҙер килеш ойоштороу комитетына тапшырыла (2019 йылдың 9 мартынан 9 апреленә тиклем); икенсе этапта ойоштороу комитеты алынған материалдарҙы эшкәртә, телевизион документаль фильм төшөрөлә (2019 йылдың 9 апреленән 1 майына тиклем), өсөнсө этап – Башҡортостан юлдаш телеканалында “Еңеү тарихтары” телемарафонын трансляциялау (2019 йылдың 9 майы).

Өҫтәмә мәғлүмәтте “Еңеү тарихтары” республика патриотик акцияһының vk.com/istorii_pobedy рәсми төркөмөндә алырға мөмкин.