Мәсетле тормошо
+15 °С
Облачно
Ғаилә йылы
15 Мая , 05:00

Мөхәббәт, хеҙмәт һәм берҙәмлек

2026 йыл Башҡортостан Республикаһында төбәк Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был башланғыс ғаилә традицияларының ҡиммәтен күрһәтергә, республика халҡын ғаилә бәйләнештәрен нығытыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм яҡындары хаҡында хәстәрлек күреү идеяһы тирәләй берләштерергә тейеш.

Мөхәббәт, хеҙмәт һәм берҙәмлекМөхәббәт, хеҙмәт һәм берҙәмлек
Мөхәббәт, хеҙмәт һәм берҙәмлек

Ҙур һәм татыу ғаилә ҡорған Айгөл һәм Айнур Ширяздановтар тормош юлы буйлап бер-береһенә ярҙам итеп, барлыҡ эштәрҙе бергәләп башҡара, традицияларға тоғролоҡ һаҡлай, матур тормош көтә.
Улар икеһе лә Түбәнге Туҡбай ауылында тыуып үҫкән. Йәштәр шунда уҡ ауылда төпләнергә ҡарар итә. Айнур Дамир улы тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә, ә Айгөл Илшат ҡыҙы педагог юлын һайлай. 2012 йылда йәштәр яҙмыштарын бәйләй.
Тәүге осорҙа йәш пар ирҙең ата-әсәһе менән йәшәй. Әммә бер йылдан Ширяздановтар үҙ торлаҡтарын булдыра – бәләкәй генә өй һатып ала. Күп тә үтмәй, үҙ ҡулдары менән төҙөгән иркен йортҡа күсәләр.
Хәҙер ир менән ҡатын – биш балаға ғүмер бүләк иткән бәхетле атай һәм әсәй. Өлкән улдары етенсе класта уҡый, ә иң кесеһенә ун ай ғына. Балалар бәләкәйҙән бер-береһенә ярҙам итә, бергәләп уңыштарға шатлана һәм өй бурыстарын бүлешә – ата-әсәһе уларға бәләкәйҙән үҙ-ара ярҙам итеү һәм яуаплылыҡ нигеҙҙәрен һала.
Айгөл Илшат ҡыҙы бала ҡарау буйынса отпускыға тиклем Дыуан-Мәсетле мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән уҡыта, шулай уҡ тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары вазифаһын биләй. Әсәлек бурыстарын башҡарыу һәм хужалыҡ эштәрен алып барыу менән бергә ул Башҡорт дәүләт педагогия университетында ситтән тороп уҡыуын дауам итә. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән эшләй.
Ширяздановтар иренең ата-әсәһе менән бергә ҙур хужалыҡ алып бара: ун баш һыйыр малы, ҡошҡорт аҫрайҙар, ҙур баҡса тоталар. Мал аҙығын бергәләп әҙерләйҙәр, ер эшкәртәләр.
Быйыл ғаилә адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса ике һыйыр һатып алып, мал һанын арттырҙы.
Ғаилә ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша: Айгөл Илшат ҡыҙы урындағы концерттарҙа сығыш яһай, Айнур Дамир улы өмәләрҙә ауылдаштарына ярҙам итә, тыуған яҡты төҙөкләндереүгә өлөш индерә.
Беҙҙең хәбәрсе.

Автор: