Был йәш кенә ғаиләгә ҡарап, уларҙы күп балалы тип уйға ла килтермәҫһең. Йылмайып ҡына торған тыныс, уңған пар. Улар ваҡыт етмәүенә зарланмай, балаларына тауыш күтәрмәй, баш-ҡаларҙан ярҙам көтөп ултырмай.
Зөһрә Ансар ҡыҙы Дыуан районының Яңы Хәлил ауылында тыуып үҫкән. Бала саҡтан әүҙем ял һәм спорт яратҡан. Шуға күрә тормошон спорт менән бәйләргә ҡарар итә һәм Бөрө педагогия институтында физкультура уҡытыусыһына уҡып сыға. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, профессиональ спорт менән шөғөлләнеү имгәнеүҙәргә килтерә, һәм Зөһрә Мофазалова спортта карьераһын дауам итә алмай. Бер нисә йыл физкультура дәрестәрен алып барғандан һуң, һатыусы булып урынлаша. Хәҙер ул бала ҡарау буйынса декрет ялында. Күп балалы ғаиләнең йорто һәр саҡ таҙа һәм уңайлы, бында һәр кемдең үҙ вазифаһы бар.
– Күптәр, әсәләр декрет ялында бер нимә менән дә шөғөлләнмәй, тип иҫәпләй. Ысынында иһә был улай түгел – ҡатын-ҡыҙҙың эше һанап бөтөргөһөҙ. Ихата тултырып йорт ҡоштары аҫрайбыҙ, ауыл кешеһенең баҡсаһы ла ҙур, – ти күп балалы әсә.
Ире Динар Хөсәйен улы Төньяҡта вахта ысулы менән быраулау ҡулайламаһы машинисы булып эшләй. Шуға күрә өйҙә башҡалар теләгәнсә йыш була алмай. Мәшәҡәттәрҙең күп өлөшө улдары иңенә ята.
Өлкән улдары Артур – атаһының хужалыҡ буйынса төп ярҙамсыһы. Ә хужалыҡ бәләкәй түгел – ике һыйыр һәм бер нисә быҙау.
– АСПК программаһы буйынса күптән түгел генә беҙ ике һыйыр һәм улар өсөн иген фуражы һатып алдыҡ, – тип һөйләй Зөһрә Мофазалова.
Артур уҡыуҙа ла өлгәшә: быйылдан Өфө ҡалаһында кадет класына ҡабул ителгән, уға тиклем Яңы Мишәр мәктәбендә Шайморатов класында булған. Ул да әсәһе кеүек спорт ярата, төрлө мәктәп ярыштарында, район һәм республика кимәлендә ҡатнаша. Айырыуса шахматта уңыштары ҙур. Был уйынға уны олатаһы Ансар өйрәткән. Илдан да ағаһынан ҡалышмай, әле ул 6-сы класта уҡый, шулай уҡ шахмат уйнай һәм башҡа спорт төрҙәре менән мауыға. Тағы ла бер улдары Эмиль – беренсе синыф уҡыусыһы, ул әле үк шахмат уйынында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә һәм, йәш булыуына ҡарамаҫтан, шахмат турнирының зональ этабында ҡатнашырға өлгөргән. Кесе Даниярға бер йәш тулған.
Шахмат уйнауҙан тыш, ғаилә бергәләп тәбиғәттә ял итергә, балыҡ тоторға ярата. Әүҙем ял ғаиләне тағы ла нығыраҡ берләштерә. Балалар саф һауала йүгерә, футбол һәм волейбол уйнай ала...
Ғаилә бәхетенең рецебы – бер-береңде яратыуҙа, хөрмәт итеүҙә, бергәләп эшләүҙә һәм бер-береңә таяныуҙа, шулай уҡ ябай кешелек мөнәсәбәттәрен ҡәҙерләүҙә һәм ғаиләң менән ғорурлана белеүҙә.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Мофазаловтар ипотеканы ҡаплау өсөн дәүләт ярҙамы менән файҙалана һәм Яңы Мишәр ауылында шәхси йорт һатып алыу өсөн 450 мең һум ала. Шулай уҡ Дыуан районының Һикияҙ ауылында әсәлек капиталы аҡсаһына һатып алған өйҙәре лә бар.
Балалы ғаиләләргә ярҙам саралары күп һәм улар ҙур ғаилә булдырыу өсөн нигеҙ булып тора.
Эльзида ПЕРЕВЫШИНА, РФ Пенсия һәм социаль страховкалау фонды БР буйынса бүлегенең Мәсетле районындағы клиент хеҙмәте белгесе:
– 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2030 йылдың 31 декабренә тиклем өсөнсө йәки артабанғы балалары тыуған ғаиләләр ипотеканы түләү өсөн 450 мең һумға тиклем дәүләт ярҙамы ала. Дәүләт ярҙамының был төрө менән бер тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Ул район халҡы ҡулланған киң таралған сараларҙың береһе булып тора. Йыш ҡына уны торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм ипотека түләү өсөн тотоналар. Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылда 677 меңдән ашыу ғаилә ошондай мөмкинлек менән файҙаланған. Йыл һайын әсәлек капиталы күләме индексациялана. 2022 йылдың 1 февраленән түләү фаразланған инфляциянан сығып индексациялана. 2023 йылда әсәлек капиталының күләме 11,9 процентҡа артты. Быйыл индексация 7,4% тәшкил итәсәк.
2024 йылдың 1 февраленән түләүҙең күләме беренсе балаға – 631 мең һум, икенсе балаға – 833 мең һум, ғаилә беренсе балаға түләү алған булһа, икенсе балаға – 202,6 мең һум.
Әгәр ғаилә әсәлек капиталының бер өлөшөн тотоноп өлгөр-һә, ҡалған аҡса барыбер 7,5 процентҡа индексациялана. Мәҫәлән, хәҙер 290 мең һум ҡалған икән, 2024 йылда был сумма 311 мең һумға тиклем арта.
Нурания ӘБДРӘХИМОВА.