Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
2 Сентябрь , 15:15

Ғаилә хаҡына: Раушания Ғәлимованың өлгөлө тормош тарихы

Мәсетле районының күркәм бер мөйөшөндә урынлашҡан ҙур булмаған Көршәле ауылында үҙ өлгөһөндә күптәрҙә йәшәүгә дәрт уятырлыҡ гүзәл зат йәшәй. Раушания Ғәлимова ғаилә ҡиммәттәрен бала сағынан уҡ үҙенә һеңдереп үҫә, үҙе лә шуларға таянып йәшәй һәм эшләй, шуға ла уның бөгөнгөһө матур.

Ғаилә хаҡына: Раушания Ғәлимованың өлгөлө тормош тарихы
Ғаилә хаҡына: Раушания Ғәлимованың өлгөлө тормош тарихы

Раушания Рифат ҡыҙы 1978 йылдың 23 сентябрендә Хәкимовтар ғаиләһендә донъяға килә. Ауыр, әммә мөһим крәҫтиән хеҙмәтенең ниндәй булыуын бала саҡтан уҡ үҙ иңендә татый. Күп балалы ғаиләлә яратҡан ата-әсәһенең һөйөү-наҙын тойоп үҫә. Яңы Мишәр мәктәбен тамамлағандан һуң ул Мәсәғүт училищеһында уҡыуын дауам итә.
Бөгөн Раушания Рифат ҡыҙы – алты бала тәрбиәләгән күп балалы әсә. Өлкән улы Илнар Мәләүез һөт комбинатында эшләй, ҡыҙы Айгүзәл Ҡазан ҡалаһындағы банктарҙың береһендә етәксе вазифа биләй, ә улы Ибраһим – Өфө финанс колледжы студенты. Кескәйҙәре Әхәт менән Илшат урындағы мәктәптә уҡыйҙар, ә Айнур балалар баҡсаһына йөрөй.
– Тормош иптәшем бик иртә яҡты донъянан китеп барҙы. Бөгөн махсус хәрби операция зонаһында Тыуған ил мәнфәғәттәре һағына баҫҡан ағай-энеләрем балаларым өсөн өлгө булып тора, – ти Раушания Ғәлимова.
2023 йылға тиклем күп балалы әсә “Һаҡлыҡ банкы”нда өлкән менеджер булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта ҙур һәм татыу ғаиләһе тураһында хәстәрлек күрергә лә өлгөрә.
Раушания Рифат ҡыҙы – уның тормош юлын белгән һәр кемде үҙ өлгөһөндә илһамландыра алған фиҙаҡәр әсә һәм эшсән ҡатын. Уның тормошо – уға һәм яҡындарына яңы бейеклектәргә ирешергә ярҙам иткән һөйөү көсө, ғаилә ҡиммәттәре һәм ауыр хеҙмәт хаҡында тарих. Алты балаға ғүмер бүләк иткән әсә күп балалы ғаиләләргә һәр яҡлап ярҙам күрһәткән республика етәкселегенә рәхмәтле.
– Мәсетле районындағы “Ғаилә” үҙәге хеҙмәткәрҙәре миңә социаль контракт (АСПК) төҙөргә ярҙам итте. Бирелгән аҡсаға һыйыр һатып алдым, – тип һөйләй ҡатын.
Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам килеме йәшәү минимумынан кәмерәк булған аҙ тәьмин ителгән һәм яңғыҙ йәшәгән граждандарға күрһәтелә.
Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алырға мөмкин: 14991 һум күләмендә – эш эҙләүгә, 30 меңдән артыҡ булмаған күләмдә – уҡыу курсы үтеүгә, 350 мең һумдан артмаған күләмдә – шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға, 200 мең һумдан артмаған күләмдә – шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға һәм 14991 һум күләмендә – ауыр тормош хәлен еңеп сығыуға йүнәлтелгән башҡа сараларға (был түләү ай һайын, ләкин 6 айҙан ашмай). Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә.
Бынан тыш, 2010 йылда Ғәлимовтар ғаиләһе әсәлек капиталына Мәләүез районында өй һатып алған.
– Беҙ күп йылдар Мәләүез районының Воскресенское ауылында йәшәнек, әммә 2021 йылда ғаилә сәбәптәре буйынса тыуған ауылым Көршәлегә күстек. Бында өй һатып алдыҡ, ремонт яһаныҡ, һыу, канализация һәм газ үткәрҙек. Башҡа ауыл халҡы кеүек беҙ ҙә мал аҫрайбыҙ: һыйыр һәм быҙауҙарыбыҙ бар. Шулай уҡ йыл һайын өйрәк, ҡаҙ, күркә һәм бройлер бәпкәләре алабыҙ. Йәйен емеш-еләк, бәшмәк йыябыҙ, мунсаға миндек әҙерләйбеҙ. Бөтә эштәрҙе балалар менән бергә башҡарабыҙ. Бала сағымда ата-әсәйем миңә: “Бергәләп эшләгәндә эш тә ырамлы бара”, – тип йыш әйтә инеләр. Бөгөн мин дә балаларымды ошо девиз аҫтында тәрбиәләйем. Бергә булғанда, бөтә проблемалар ҙа хәл итерлек, – ти Раушания Ғәлимова.
Әйтеп үтергә кәрәк, күп балалы ғаиләләргә ярҙам – Башҡортостан етәкселегенең өҫтөнлөклө бурысы.
Һуңғы ун йылда республикала күп балалы ғаиләләр һаны 59 меңгә етте. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәйҙә етенсе урын биләй.

– 230 меңдән ашыу балалы ғаилә төрлө льготалар менән файҙалана, ә быйыл бала
тыуыу һәм тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие түләүгә 25 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлттек, – тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

– Республика, уңайлы шарттарҙа үҫешергә мөмкинлек биреп, ишле ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрә. Мәҫәлән, күп балалы ғаиләләрҙәге алты йәшкә тиклемге балаларға төбәк кимәлендә бушлай дарыуҙар ҡаралған, ә балалар баҡсаларына улар тәү сиратта ҡабул ителә. Уҡыусыларға мәктәп формаһын һатып алыуға аҡсаның бер өлөшөн компенсациялау һәм бушлай туҡланыу ҡаралған. Бынан тыш, бындай ғаиләләргә торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә ташламалар яһала, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ярҙам күрһәтелә, – ти район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев.


Нурания ӘБДРӘХИМОВА.

Автор: