Социаль-маҡсатлы программалар фонды аша район хакимиәте юллауы буйынса 1300000 һум күләмендә аҡса бүленгәйне.
Балалар ҡарарға алған ата-әсә был донъяны саҡ ҡына бул-һа ла шәфҡәтлерәк итергә теләй. Улар ата-әсә йылыһынан һәм иғтибарынан мәхрүм ҡал-ған бәләкәй кешеләр йәмғиәттең тулы ҡиммәтле ағзаһы булыу мөмкинлеге алһын өсөн тырыша.
Дыуан-Мәсетле ауылында Ибраһимовтар ғаиләһе йәшәй: Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы һәм Флир Әхәт улы. Бергә улар инде 45 йыл, дүрт ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Олоһона – 44, кесеһенә 25 йәш. Ғаилә башлығы 1997 йылда бөтөн ғаиләһе – бер туғандары, ата-әсәһе, балалары бергә йәшәһен өсөн ҙур өй һалыуы хаҡында һөйләй. Ләкин барыһы ла бында ҡайта алмай һәм өй буш була. 1998 йылда Ибраһимовтар бер ғаиләнән булған дүрт баланы “үҙ ҡанаттары аҫтына” алырға ҡарар итә. 2009 йылда уларға тағы ла бер ғаиләнән биш бала өҫтәлә. Иң бәләкәсенә ул саҡта 7 ай ғына була. Әлеге ваҡытта өйҙә 12 бала йәшәй, дүртәүһенең инде үҙ ғаиләһе бар.
Байрамдар күңелле үтә был йортта. Мартта бер юлы алты тыуған көн үткәрәләр. Оло балалары ғаиләләре менән һәм дуҫтары килә. Әүҙемерәк балалары концерт-күңел асыу программаһын ойоштороп ебәрә: конкурстар, йомаҡтар уйлап сығаралар, яңғыҙ һәм бергәләп номерҙар башҡаралар. Балалар айырыуса ғаилә көнө байрамын ярата!
Ләлә Мөхәмәт ҡыҙы – әүҙем, дәртле ҡатын-әсә. Ул барыһына ла: балалар тәрбиәләргә лә, хужалыҡ һәм өй менән булышырға ла өлгөрә. Флир Әхәт улы – ҡатынының ышаныслы тылы һәм терәге: һәр ваҡыт йәнәшендә, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Яңы трактор уларға мал аҙығы әҙерләү өсөн кәрәк була. Сөнки 27 баш һыйыр малы аҫрайҙар.
– Мин балаларымда тыуған ауылға, тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләргә ынтылам. Беҙгә улдарыбыҙ хәҙер хужалыҡ буйынса ныҡ ярҙам итә. Улар беҙҙең эште дауам итеүҙәрен теләйем, – ти Флир Ибраһимов.
– Шул хәтле бала әсәһе булыу еңел түгел, әлбиттә. Ләкин мин башҡаса тормошто күҙ алдына килтерә алмайым. Өйҙә балалар тауышы һәм көлгәне ишетелергә тейеш. Балаларыбыҙҙың мәрхәмәтле, яуаплы, ипле, бәхетле кешеләр булып үҫеүҙәрен теләйем, – тине Ләлә Ибраһимова.