Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
21 Сентябрь 2018, 16:05

Тырыш йәштәр өй туйлай

Һөләймән ауылында Ғариповтар ғаиләһе хыялдарын тормошҡа ашыра.

Алыҫтан күҙгә ташланып торған ике ҡатлы күркәм өй – Әй урамының матур бер биҙәге. Йорттоң архитектураһын оҫта хужалар үҙҙәре уйлап тап-ҡан.

– Элек район үҙәгенә бар-ғанда ике ҡатлы матур өйҙәргә ҡарап һоҡлана һәм үҙебеҙ ҙә шундайҙы һалырға теләй инек, – ти Раушан. – Иң ҡатмарлыһы – төҙөлөштө башлау. Финанстар ҙа күп талап ителә. Аҡса эшләү өсөн йөҙәр баш ҡаҙ ҡараныҡ, гектары менән йәшелсәләр үҫтерҙек. Етештерелгән продукцияны районда, шулай уҡ Өфө ҡалаһы баҙар- ҙарында һаттыҡ. Өйҙө ике аҙна эсендә күтәрҙек, бер айҙа ҡыйы-ғын ябып ҡуйҙыҡ. Төҙөлөштө былтыр башлағайныҡ. Быйыл ҡышҡа тиклем күсергә теләйбеҙ.

Гөлфиә һәм Раушан Ғариповтарҙың ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә 11 йыл. Улар Аслан һәм Әҙилә исемле ике бала тәрбиәләй. Ғаилә башлығы Свердловск өлкәһендә вахта ысулы менән эшләй, ә кәләше – мәктәптә ашнаҡсы. Йәштәр өйҙө үҙ көстәре менән һалған һәм ул бик иркен килеп сыҡҡан – 174 кв.м. Тәүге ҡатында йоҡо, ҡунаҡ бүлмәләре, ҡаҙанлыҡ, сан-узел һәм иркен кухня урынлашҡан. Икенсе ҡатта өс йоҡо бүлмәһе һәм уҡыу өсөн мөйөш бар. Арболит блоктан һалынған өйҙә иркен, уңайлы һәм яҡты. Йәштәрҙең хыялындағы өйҙә барлыҡ уңайлыҡтар ҡаралған: һыу, канализация, йылылыҡ. Әммә, Ғариповтарҙың әйтеүенсә, бәхет өйҙөң ҙурлығында түгел. Иң мөһиме, унда тыныслыҡ, һөйөү, үҙ-ара аңлашыу булырға тейеш.

Төҙөлөшкә Раушандың ата-әсәһе – Рәшиҙә Мазһар ҡыҙы менән Айҙар Шәүкәт улы ҙур өлөш индергәндәр.

–Ҡәйнәм менән ҡайнымдың ҡулдары алтын. Улар өйҙөң эсен биҙәү эштәре менән шөғөлләнә. Бына шулай, беҙҙең үҙ оҫталарыбыҙ бар, – тип уртаҡлаша хис-тойғолары менән Гөлфиә. – Улар беҙгә һәр яҡлап ярҙам итә. Ғаилә ҡороуы-быҙҙың 10 йыллығына диңгеҙ буйына путевка бүләк иттеләр. Мин уларға бик рәхмәтлемен.

Хәҙер йәш ғаилә өйгә йылылыҡ үткәреү өҫтөндә эшләй. Раушан ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, барыһын да тиерлек үҙ ҡулдары менән башҡара. Гөлфиә – яҡшы хужабикә. Бергәләп улар маҡсаттарына ире-шәсәк.

Айгөл ШАРАПОВА.