Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
31 Июль 2018, 12:06

Абдулхаҡовтарҙың ныҡлы ғаиләһе

Мәшһүр “Урал батыр” эпосы геройы халҡыбыҙға: “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ…”, тигән аманат ҡалдырған. Ошо һүҙҙәргә раҫ ғаиләләр, шөкөр, бихисап.

Әләгәҙ ауылы бик матур төбәк – йәмле Әй буйын үҙ иткән. Тирә-яғы йәшел урман, ә ауыл уртаһындағы бер ҡупшы йорт иғтибарҙы йәлеп итә. Бында уңған, бәхетле ғаиләләр йәшәүе күренеп тора. Был дөрөҫ тә: йорт хужалары Мансур Моғафа улы һөйөклө ҡатыны Альбина Рәсим ҡыҙы менән тулы гармонияла гөрләтеп донъя көтә.

Мансур Абдулхаҡов ошо ауылда 1967 йылда тыуған. 9-сыны тамамлағас, Яраҫтауҙа механизатор һөнәрен үҙләштерә. Ер эшен яратҡан йәш егет дәртләнеп тыуған совхозында бесән саба, сенаж ташый – хеҙмәт юлына аяҡ баҫа. Ике йыл Монголияла армия хеҙмәтен үтеп ҡайтҡас та эшен ошонда дауам итә.

Йәш егеттең күңелен Степной ҡасабаһы һылыуы яулап ала, гөрләтеп туй яһайҙар.

Туғандары йәштәрҙе алыҫ Яҡутияға саҡыра. Мансур шофер һөнәрен үҙләштерә, ә Альбина дауаханала санитарка булып эшләй. Тырыш һәм алдын-ғылар рәтендә хеҙмәт итә улар. Һигеҙ йылдан, тыуған яҡтарын һағынып, Абдулхаҡовтар ауылға ҡайта һәм ошо йортто һалып инә.

Ир менән ҡатын баҡса үҫтерә, гөл-сәскәләр ярата, ҡош-ҡорт, мал аҫрай. Ир уңғаны – ҡапҡанан, ҡатын уңғаны ишектән ингәс, ти халҡыбыҙ. Улар-ҙың көнкүреше – эшсәнлек һәм егәрлелеккә ишара. Мансурҙың ихатаһы тулы техника, уның менән ул ер ҙә һөрә, утын-бесәнен дә әҙерләй. Ауылдаштарына ла ошо эштәрҙә ярҙам итеүҙән баш тартмай.

– Абдулхаҡовтар – яғымлы, ярҙамсыл кешеләр. Йомош менән килеүселәр буш сыҡмай был йорттан, кемдер кәңәш һорап та килә. Өйҙәрендә тәртип, паклыҡ. Хужабикә – аш-һыу оҫтаһы. Ҡасан керһәң – йөҙө яҡты. Ата-әсәләре өсөн улар терәк-таяныс, ҡәҙер-хөрмәт күр-һәтәләр. Балаларын да лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләйҙәр, – ти ғаилә дуҫтары Тәнзилә.

Альбина менән Мансур ауылдың социаль тормошонан да ситтә ҡалмай. Төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерәләр. Ғаилә башлығы балалар баҡсаһына уйын майҙансығы эшләп биргән, иҫке клуб урыны йәмһеҙ булып, эсте бошороп тора ине, үҙ көстәре менән шуны таҙартып рәткә килтергәндәр. Хәҙер бында балалар рәхәтләнеп уйнай, ял итә.

Был күркәм ғаилә – ауыл биҙәге. Балалары ла үҙҙәре кеүек эшсән, булдыҡлы. Оло улдары атаһы менән бергә вахта ысулы менән эшләп йөрөй, күптән түгел өйләнгән. Килендең әсәһе ҡыҙының яҡшы кешеләргә эләгеүенә һөйөнөп бөтә алмай. Йәштәргә бүләк итеп, яңы йорт һалып биргәндәр. Икенсе улдары Динар аграр техникум тамамлаған, кесеһе – ҡыҙҙары ла ағалары кеүек мәктәптә тик “4” һәм “5” билдә- ләренә генә уҡый. Улар өсөн ата-әсәләре – сикһеҙ һөйөү, ихтирам һәм ныҡлы ғаилә өлгөһө.

Бына шулай халҡыбыҙҙың матур ғөрөф-ғәҙәттәре һаҡлана Абдулхаҡовтар ғаиләһендә.

Сәғиҙә МӨХӘРӘМОВА.