Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
7 Июнь 2018, 16:39

Фестиваль тамамланды, тәьҫораттар ҡалды

Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылына арналған “ Ғаилә–дәүләт нигеҙе” район конкурс-фестивале тамамланды. Һуңғы этаптар Кесе Ыҡтамаҡ ауыл клубында һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылы үҙәк моделле балалар китапханаһында үтте.

Кесе Ыҡтамаҡ ауылындағы фестиваль программаһында Түбәнге Бобин ауылынан 10 бала тәрбиәләнгән (етәүһе үҙҙәренеке һәм өсәү аҫрауға алынған) Әлиә һәм Сәйетгәрәй Хөснөтдиновтар һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылынан дүрт бала менән Светлана һәм Игорь Таксановтар ҡатнашты. Бәйгеселәр үҙҙәренең ғаиләһе тураһында презентация әҙерләгән. Шат тауышлы ярыштарҙа ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа ҡатнашты. Барыһы ла дуҫтарса һәм ихтирамлы мөнәсәбәт күрһәттеләр, бер-береһен шатлыҡлы тауыштар һәм алҡыштар менән хупланылар. Шулай уҡ Кесе Ыҡтамаҡ ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән сағыу концерт номерҙары байрам мөхите булдырҙы. Кесе Ыҡтамаҡ ауыл советы башлығы Степан Гуштюк ғаиләләргә дипломдар бүләк итте. Ә иң мөһиме – ҡатнашыусыларҙың һәм тамашасыларҙың күтәренке кәйефе. Бөтәһе лә байрам мөхитен, ихласлыҡты һәм изгелекле мөнәсәбәтте, бер-береңә ихтирамды һәм аңлауҙы тойҙо.

Оло Ыҡтамаҡ ауылы үҙәк моделле балалар китапханаһында үткән фестиваль этабында Хафизовтар һәм Лешковтар ғаиләләре ҡатнашты.

Хафизовтар бөтәһен дә үҙҙәренең юғары оҫталыҡтары һәм музыкаға һәләтле булыуҙары менән ғәжәпкә ҡалдырҙылар, ә Лешковтар ҡулдан бәйләнгән әйберҙәре менән хайран иттеләр. Фестивалдә ҡатнашыусылар бүләктәр менән алмашты: Әсләм Әбүбәкер улы бәләкәй Ильяға ҡумыҙ бүләк итте һәм музыка ҡоралында уйнарға өйрәтте, Олег Вячеславович яуап итеп Хафизовтар ғаиләһенә балалар эшләгән макраме техникаһында панно бирҙе. Кисә йылы дуҫтарса шарттарҙа үтте. Бөтә ғаиләләргә лә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.

Мәсетле районы мәҙәниәт бүлеге.