Сара барышында “Ғаилә” район-ара үҙәге белгестәре һәм Йәштәр үҙәге ирекмәндәре юл хәүефһеҙлеге һәм дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләне. ФАП фельдшеры тәүге медицина ярҙамын нисек дөрөҫ күрһәтергә икәнлеген күрһәтте. Бәләкәс ҡунаҡтар өсөн педагог-психолог “Ирекле һүрәт” арт-терапияһы, ата-әсәләр өсөн “Ата-әсәнең айырылышыуы бала күҙлегенән” тулы лекцияһы һәм “Ғаиләң менән оффлайн уйна” оҫталыҡ дәресе ойошторҙо.
Ғаилә ялында иң әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары тапшырылды. Халыҡ-ара ғаилә көнөнә тап килтерелгән “Семейный бумеранг доброты” девизы аҫтындағы әйберҙәр банкы иғтибарһыҙ ҡалманы, унда ғаиләләр үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәрҙе алыу мөмкинлеге менән файҙаланды.
Сара һуңында ҡорғаттар “Беҙ йәнәш” проектында ҡатнашты. Ирекмәндәр даими онлайн ярҙам (психологтың, Йәштәр үҙәге белгестәренең), үҫмерҙәргә методик һәм мәғлүмәт ярҙамы күрһәтеү өсөн ноутбук алды.
Сара дуҫтарса йылы атмосферала үтте. Унда ҡатнашыусылар ойоштороусыларға бер тауыштан рәхмәттәрен белдерҙе.
социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик йәштәр үҙәге педагог-психологы.