Һулдан уңға: Полосьмак, Сафиевтар, Таксановтар ғаиләләре.
Конкурстың финал көнө итеп 15 май тәғәйенләнде, сөнки нәҡ шул дата Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль ассамблеяһының ҡарары менән Халыҡ-ара Ғаилә көнө булараҡ билдәләнгән.
Балалар баҡсаһында алдан үткән һайлау турында Ғәләүетдиновтар, Ғәлимовтар, Шәриповтар, Хәйретдиновтар, Ғарифуллиндар ғаиләләре ҡатнашты. Һәләттәрен һәм оҫталыҡтарын оҫта күрһәтеп, конкурс программаһында һәр ғаилә үҙҙәрен хөрмәткә лайыҡ булырлыҡ итеп күрһәтте. Һөҙөмтәлә “Йыл ғаиләһе” исеменә финалға сыҡҡан 3 команда көрәште.
Конкурс программаһы төрлө ижади, интеллектуаль, әҙәбиәт буйынса, спорт заданиеларын үҙ эсенә алды. Бәйге “Визит карточкаһы”нан башланды. Һәр бер бәйгесенең үҙенең ғаиләһе үҙенсәлектәре, йолалары, мауығыуҙары тураһында үҙҙәре теләгәнсә һөйләргә мөмкинселектәре бар ине. Ҡатнашыусылар төплө әҙерләнгән.Үҙ ғаиләләре менән яҡыныраҡ таныштырыу өсөн видеопрезентация күрһәттеләр, стена гәзите әҙерләгәндәр. Ярыштарҙа балалар үҙҙәренә бер төрлө ҡомар менән оло- ларҙан ҡалышмай ҡатнашты.
Ғаилә командалары тамашасы- ларҙы ижади тапҡырлыҡтары, ҡамыр аштары бешереү һәләттәре, спорт әҙерлеге менән ҡыуандырҙы. Бәйгеселәр үҙҙәренең һәләттәре һәм ыңғай тойғолары менән тамашасыларҙы дәртләндереп ебәрҙе.
Байрамды урта, оло һәм әҙерлек төркөмдәрендәге балаларҙың бейеүҙәре менән йәнләндерҙеләр.
Жюри ағзалары ғәҙел билдәләүенсә, йыл ғаиләһен һайлауы ауыр мәсьәләләрҙән булды.
Һөҙөмтәлә “Ромашка” балалар баҡсаһының “Йыл ғаиләһе” конкурсында Таксановтар еңеүсе булды. Полосьмак һәм Сафиевтар конкурс призерҙары тип танылды.
Финалда ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә иҫтәлекле дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
Тамашасылар күп ыңғай тойғолар алдылар, ә балалар баҡсаһының йыл һайын ғаилә конкурсын үткәрә торған яңы традицияһы барлыҡҡа килде.
«Ромашка» балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.