Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
22 Май 2018, 12:17

Ундай парҙар күберәк булһын ине!

Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылына арналған “Ғаилә – дәүләт нигеҙе” конкурсының сираттағы этаптары музыка, йырҙар һәм балаларҙың яңғырауыҡлы көлөүе менән тулы күңелле сағыу байрам булды.

11 майҙа ул Ҡорғат ауыл биләмәһендә үтте. Унда Теләш ауылынан Гүзәл һәм Илдус Миңғоловтар һәм Ҡорғаттан Альмира һәм Илфат Мәүликаевтар ғаиләләре ҡатнашты.

Клуб фойеһында һәр ғаилә үҙ өҫтәлен тәҡдим итте, унда ғаилә фотоһүрәттәре, балаларының грамоталары, үҙҙәренең ҡул эштәре, яратҡан уйынсыҡтары һәм китаптары урынлаштырылғайны. Кешеләр күргәҙмә өҫтәлдәре эргәһендә оҙаҡ туҡталып, ғаиләләрҙең таланттарына һәм ҡаҙаныштарына һоҡланып торҙо. Стеналарҙа Ҡорғат ауылының күп балалы өлгөлө ғаиләләре фотоһүрәттәре менән стендтар эленеп тора. Ә зал ауыл халҡы менән тулы ине.

Алып барыусылар Рида Йыһангирова менән Альмира Тәҡиуллина тотош кисәне бик ҡыҙыҡлы итеп уҙ- ғарҙы.

Ғәҙәттәгесә ғаиләләр менән танышыу визиткаларҙан башланды. Унан һуң ғаиләләр милли татар һәм баш-ҡорт аштарын: Мәүликаевтар “Сәк-сәк”, ә Миңғоловтар “Бишбармаҡ” тәҡдим итте.

Бәләкәй генә сәхнә әҫәрҙәре күр- һәтелде. Һорауҙарға яуап бирҙеләр, йомаҡтар систеләр. Милли уйындар уйнап алдылар. Ирҙәренең ҡатындарына гәзиттән алъяпҡыстар киҫеүенә ҡарау ҡыҙыҡ булды. Был ғаиләләрҙең һәләтле генә түгел, ә спорт менән дә дуҫ булыуҙарын зарядка, скакалкала һикереү күрһәтте.

Һәр ғаилә үҙҙәре тураһында слайд-презентация күрһәтте. Ҡорғат ауылынан Мөршиҙә Мәүликаева, Рида Йыһангирова, Теләш ауылынан Айгизә Сафина, Таңсулпан Ҡәләмова әсә һәм ғаилә тураһындағы йырҙары менән ҡыуандырҙы. Ҡыҙҙарҙың Ҡорғаттан “Сәскә атыусы ҡурай” бейеүе һоҡ- ланғыс булды. Рәис Юнысов баянда уйнап кисәне биҙәне.

Шулай уҡ ғаилә һәм тәрбиә темаһына “Ғаилә – ул йәшәү тамыры” китап күргәҙмәһе ойошторолғайны. Китапханасы Альмира Тәҡиуллина бер нисә китапҡа ҡыҫҡаса байҡау яһаны һәм “Был яҙыусылар һәм шағир-ҙарҙы һеҙ беләһегеҙме?” уйынын уҙғар-ҙы. Үҙәк китапхана директоры Светлана Ғәлимова, методист Зөлфирә Кулова, мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе Лариса Худякованан торған конкурс комиссияһы был ғаиләләр балаларын илдең ысын граждандары итеп тәрбиәләй ала, тип билдәләне. Шундай парҙар күберәк булһын ине! Һәр команда рух күтәренкелеге, яҡшы кәйеф һәм ыңғай хис-тойғолар алды. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бүләктәр менән билдәләнде. Халыҡҡа кисә бик оҡшаны, барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.

Мәүлиҙә ШӘРӘФЕТДИНОВА,

Ҡорғат ауылы.


* * *


Фестивалдә ҡатнашыусы Әсбаповтар ғаиләһе.


Эстафета тантаналы рәүештә Абдулла ауыл Советына тапшырылды, 15 майҙа әлеге конкурс программаһында Абдулла ауылы исеменән Аделина һәм Ринат Мостафиндар, Әжекәйҙән Әлфинә һәм Рәзил Әсбаповтар, Оло Аҡанан Лариса һәм Фәрит Ғибәҙуллиндар сығыш яһаны.

“Визитка” конкурсы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды. Шулай уҡ конкурсанттар төрлө әҙәби бәйгеләрҙә үҙ белемдәрен, балалар юмористик сәхнә әҫәрҙәрендә бейеү һәм башҡарыу оҫталыҡтарын күрһәтте. Фестиваль программаһы конкурсанттар башҡарыуындағы концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Бөтә ғаиләләр ҙә дипломдар һәм бүләктәр менән наградланды. Эстафетаны тантаналы рәүештә Түбәнге Бобин ауыл Советына тапшырҙылар. Байрам хуш еҫле сәй эсеү менән тамамланды.

Лариса ХУДЯКОВА,

Мәсетле районы мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе.