Ир менән ҡатындың икеһенең дә хеҙмәт юлы педагогик эшмәкәрлек менән бәйләнгән. Гөлсинә Юлай ҡыҙы Бөрө институтының филология факультетын тамамлаған. Бөгөн ул Йонос урта мәктәбе директоры, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыу-сыһы булып эшләй. Күп йыллыҡ хеҙмәте һәм һөнәри оҫталығы өсөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы исеменә эйә.
Фирғәт Риф улы – физкультура, технология һәм йәшәү эшмәкәрлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы, мәктәптә “Сапсан” хоккей командаһын ойошторған, команда – мәктәптең генә түгел, ә район ғорурлығы.
– Беҙҙең мәктәп балалары хоккей менән бик теләп шөғөлләнә. Улар хатта йәй көнө лә күнекмәләрҙән туҡтамай. Команда менән беҙ республика ярыштарында ҡатнашабыҙ, унда йәш хоккейсылар уйын ғына түгел, ә тормош тәжрибәһе лә ала. Хоккей – ҡиммәтле спорт төрө. Бында беҙгә элекке мәктәп тамамлаусылар, район ойошмалары һәм учреждениелары етәкселәре ҙур ярҙам күрһәтә, – ти тренер.
Уларҙың һөнәри эшмәкәрлектәре лә, ғаилә тормоштары ла уңышлы бара. Ир менән ҡатын ғорурланырлыҡ дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән ҡыҙҙары Алина нефть университетын тамамлаған, Яңы Уренгой ҡалаһында банкта юридик ойошмалар менән эшләү буйынса баш белгес. Вәсил – РФ милли гвардияһы ғәскәрҙәре Пермь хәрби институтының I курс курсанты. Ғайсар 10-сы клас-та уҡый, Туймазы ҡалаһында үткән шайбалы хоккей буйынса БР беренселегендә “Иң яҡшы уйынсы” булған, ике тапҡыр Башҡортостан Республикаһы чемпионты финалында ҡатнашҡан. Ағаһы кеүек ул да хәрби булырға хыяллана. Ғәлиәскәр – 8-се класс уҡыусыһы, Ҡыйғы районы хоккей командаһы составында республика чемпионы булған.
– Иремә рәхмәтлемен. Уның өлгөһөндә балаларыбыҙ сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, спортты ярата, – ти Гөлсинә Юлай ҡыҙы.
Ғаилә бәхете нимәлә, тигән һорауға 25 йыл тиерлек ҡулға-ҡул тотоношоп тормош һуҡмағынан атлаған пар: “Беҙҙең бәхетебеҙ һәм тормош мәғәнәһе – балаларҙа”, – тип яуапланы.