Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
23 Апрель 2018, 17:15

Тырыштар һәм уңғандар

Лидия һәм Илфак Хөснуллиндар-ҙы дыуан-мәсетлеләр эшсән һәм өлгөлө ғаилә булараҡ белә. Ғаиләләре йәш булыуға ҡарамаҫтан, улар ауылдаштары араһында хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙанған.


Хөснуллиндар ғаиләһе.


Йәштәр 10 йыл элек яҙмыштарын бәйләгән. Икеһе лә беҙҙең районда тыуып үҫкән. Туйҙан һуң Өфөлә йәшәгәндәр, шунан күпмелер ваҡыт Төньяҡта эшләйҙәр.

Тик ваҡыт йәштәргә үҙ ереңдә йәшәп, шунда хеҙмәт итеүҙән дә яҡшыһы юҡ икәнен күрһәтә. Ярай әле Лидия ла, Илфак та ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгел.

Ғаилә башлығы үҙенең “алтын ҡулдары” менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.

– Ағас һәм балта менән оҫта эш итеү миңә атайымдан күскән, – ти ул. – Ә уға – олатайымдан. Бала саҡтан мин уның ағастан төрлө-төрлө матур ҙа, кәрәкле лә әйберҙәр яһай белеүен күреп һоҡлана инем, һуңыраҡ үҙем дә өйрәнә башланым.

Хәҙер Илфак үҙ һөнәре менән Дыуан-Мәсетленән ситтә лә дан тота. Уның ҡулдары менән күп өйҙәр, мунсалар һәм башҡа нәмәләр һалынған. Балта оҫтаһының хеҙмәте һәр ваҡыт талап ителә, халыҡ уның эшенән ҡәнәғәт булып ҡала. Оҫта башҡа материалдар менән дә шәп эш итә, евроремонт та яһай ала.

Илфактың ҡатыны Лидия – уға дуҫ та, кәңәшсе лә, беренсе ярҙамсыһы ла. Бөгөн улар йәшәгән йорт үҙ көстәре менән бер йылда һалынған. Ғаилә усаҡтарын йәштәр, әлбиттә, тәбиғи материал – ағастан һалған. Өй эсендәге мебелде – карауаттар, өҫтәлдәр һәм ултырғыстар, стеллаж-дарҙы ла ғаилә башлығы шунан уҡ яһаған. Бында һәр нәмә күңел йылыһы биреп эшләнгән. Балалары Искәндәр, Сулпан һәм Ислам да изгелекле мөнәсәбәттәрҙә һәм хәстәрлектә тәрбиәләнә.

Ир һәм ҡатын һәр ваҡыт ни менән дә булһа мәшғүлдәр. Яҙҙан Лидия өсөн баҡса эштәре: ултыртыу-сәсеү, утау, һыу һибеү, күсереп ултыртыу башлана. Хужалыҡтарында өс һыйыр тоталар, уларҙы ла тәрбиәләргә кәрәк. Ҡышҡы кистәрҙә бәйләнә, тегенә. Берәй нәмә тектереп, йә ремонтлатып алыу өсөн уға киләләр. Илфактың да бер ҡасан эшһеҙ тор-ғаны юҡ. Бына әле ул өйөнә төкәтмә яһарға йыйына. Нигеҙе һалынған да инде.

Ауылдаштары Хөснуллиндар кеүек ғаиләләр менән ғорурлана. Ә бит йәш ғаиләләр – дәүләт нигеҙе.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.