Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
6 Апрель 2018, 12:14

Йырҙы-моңдо юлдаш итеп…

Үҙәкләштерелгән район китапханаһында Ғаилә йылына бағышланған “Тормош йәме – ғаилә менән” тигән сара үтте.

Кисә түренә 25 йылға яҡын аңлашып, шатлыҡ-ҡыуаныс-тарын уртаҡлашып, ғүмер юлын бергә атлаусы уңған, һәләтле, ижади, ғаилә ҡиммәттәрен байытып, илебеҙгә талантлы балалар тәрбиәләп үҫтереүсе ғаиләләрҙең береһе – Зәйнетдиновтар саҡырылған ине.

Уларға белемгә ынтылыу, тырышлыҡ, сәнғәткә һөйөү, йырҙы-моңдо юлдаш итеп йәшәү хас.

Ғаилә башлығы Зөфәр Миндиәхмәт улы сығышы менән Һөләймән ауылынан, ә уның тормош иптәше Флорида Марат ҡыҙы – Ейәнсура яҡтарынан. Күмертау педагогия училищеһында уҡыған йылдарында таныша улар.

– Мин тормошта йырлап йәшәргә яратам. Шатлыҡтан да, хатта ауыр минуттарҙа ла йыр һуҙам. Йыр – минең юлдашым. Буласаҡ кәләшемде яусылап барғанда һигеҙ сәғәтлек юлды йырлап үткәрҙем. Килеп етеүгә тауышым бөттө лә ҡуй-ҙы… – тип хәтирәләре менән бүлешә Зөфәр Миндиәхмәт улы.

Йәштәр ғаилә ҡорғас, Зөфәрҙең тыуған ауылы Һөләймәндә төпләнә. Улар 22 йыл мәктәптә балалар уҡыта. Оптималләштереү елдәре Һөләймән мәктәбенә лә ҡағылғас, ғаилә ҡаушап ҡалмай. Зәйнетдиновтар үҙ эштәрен асып ебәрә. Башта халыҡ традицияларын йәш быуынға мираҫ итеп ҡалдырыу маҡсатында, кейеҙҙән тирмәләр эшләү менән шөғөлләнә. Һуңғараҡ, был эшкә заказдар кәмегәс, икмәк бешерә башлай. Ҡомалаҡтан әсетке эшләп бешерелгән икмәккә халыҡтың ихтыяжы көндән-көн үҫә.

– Ҡомалаҡты Ейәнсура яҡтарында әсәйем унар тоҡ әҙерләп ҡуя. Бөгөн Мәсетле һәм күрше райондар ауылдарында 40 һатыу нөктәһендә икмәгебеҙ һатыла. Оло Ыҡтамаҡ ауылында ғына дүрт магазин менән килешеү төҙөгәнбеҙ, – ти шатланып Флорида Марат ҡыҙы.

Эйе, “Һөләймән” икмәген беҙҙең район үҙәгендә көтөп алалар, һатыу нөктәләрендә оҙаҡ тормай.

Ғаилә йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ауылда үткән мәҙәни сараларҙың береһе лә Зәйнетдиновтарҙан тыш үтмәй. Уларҙың ғаилә ансамбле лә бар. Улар конкурс- тарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай, сығыштарын районда ғына түгел, республика, сит өлкә тамашасылары ла йылы ҡабул итә.

Ғаилә традицияларын дауам итеп, улар балаларында ла сән-ғәткә һөйөү тәрбиәләй. Өлкән улдары Заһир “Зәйнетдин” тигән үҙ проектын булдырған. Күптән түгел Өфөнөң “Баш-ҡортостан” дәүләт концерт залында уның беренсе концерты тулы аншлаг менән үтте. “Йәшлек” гәзитендә уның тураһында мәҡәлә донъя күрҙе. Унда бына шундай юлдар бар: “Бөгөнгө көн геройы Заһир Зәйнетдиновтан сабыйҙарса ихласлыҡ, башҡорт егеттәренә хас көс-дарман, мең кешегә етерлек тырышлыҡ, талант һәм мөләйемлек урғыла. Шуға ла сәхнәгә сығыу менән тамашасылар күңелен “һә” тигәнсе яулайҙыр ул. Күп яҡлы таланты менән халыҡҡа хеҙмәт итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған был йәш егеттең киләсәген күҙаллауы ауыр түгел: сәхнә! Дүрт йәшендә Өфө сәхнәһендә бейеп, республика президенты ҡулынан бүләккә милли костюм алған кеше шулай булырға тейеш тә”.

Уртансы улдары – Мәскәүҙең М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты студенты. Ул “Алтынай” ансамблендә бейей, быйыл башҡорт ҡыҙҙарының “Һылыуҡай” конкурсын да алып барырға өлгөргән.

Ә кесе ҡыҙҙары Зөлфирә өсөнсө класта уҡый. Ул да ҡумыҙҙа уйнарға, бейергә, йырларға ярата. Хыялы – балерина булыу.

Кисәлә төрлө ғаилә хәлдәрендә нисек дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә һәм бала тәрбиәләгәндә төрлө ҡыйынлыҡтар-ҙы еңеп сығырға өйрәткән уйындар үткәрелде. Ғөмүмән, кисәне ойоштороусы Гүзәл Хәйретдинова программаны йөкмәткеле итеп төҙөгән: уны йәнле, тормошсан итеп алып барҙы. Яратҡан йырсыларыбыҙ Рәғиҙә Сәхәүетдинова һәм Энгельс Ғәлиәкбәровтарҙың, шулай уҡ кисә геройҙары Флорида һәм Зөфәр Зәйнетдиновтарҙың сығышы кисәгә тағы ла йәм өҫтәне.

Венера ШӘЙХИСЛАМОВА, Оло Ыҡтамаҡ ауылы.