Йәштәр ғаилә ҡороп өй туйлайҙар, балалар үҫтерәләр. Улар ауылда төпләнеп ота ғына. Олатай-өләсәй тәрбиәһендә ейән-ейәнсәрҙәр рухи һәм физик йәһәттән нығынып, ҙур тормошҡа аяҡ баҫа.
Лилиә һәм Юрис Кәримовтар шундай күркәм ғаиләләрҙең береһе. Араларына ел дә үткәрмәй донъя көтөүҙәренә 23 йыл булып та киткән. Уларҙың ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнә. Өлкән улдары Алмас Ватан алдындағы хәрби бурысын иҫән-һау үтәп ҡайтып шатландырһа, Илүзә Башҡорт дәүләт университетында, Ынйыгөл Мәсәғүт педколледжында белем ала. Ғайсар беренсе класта уҡый, кескәй Денис балалар баҡсаһына йөрөй. Балаларҙың киләсәген уйлап, ата-әсә үҙ йорттарын уңайлы итеп төҙөгән.
Мәсәғүт педучилищеһынан һуң эш башлаған йәш әсә Лилиә Кәримова белемен камиллаштырыуҙан туҡтамай. Ҡайны-ҡәйнәһе, ата-әсәһе лә уҡырға дәртләндереп, ике баланы ҡарашып торғас, ул М. Аҡмулла исемендәге юғары уҡыу йортон да уңышлы тамамлай. Сабыр, баҫалҡы ҡатын уҡыусыларына ла, балаларына ла, иренә лә күңел йылыһын, иғтибарын тигеҙ өләшә, шуға һәр эшкә өлгөрә.
Лилиә Йомаҙил ҡыҙы яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп бына инде 22 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт итә. Һәр баланың йөрәгенә асҡыс таба белә, дөрөҫ йүнәлеш биреүсе, тәжрибәле, ата-әсәләр ҡаршыһында абруйлы хеҙмәткәр ул. Ул уҡытыусылар династияһынан. Олатаһы Сәмиғулла Зиннәтуллиндың, әсәһе Людмила Зиннурованың һәм үҙенең педагогик стажы бергә 75 йыл тәшкил итә. Был һан киләсәктә үҫәсәк әле.
Ғаилә башлығы Юрис Вил улы үҙ еренең патриоты, һәр эшкә маһир ир-егет. Уның иңендә ҙур яуаплылыҡ – балаларҙы имен-аман Әбдрәхим мәктәбенә ваҡытында килтереп еткереү. Уның автобусы һәр ваҡыт төҙөк һәм йылы.
Аңлашып йәшәгән ғаиләнең ихатаһы тулы ҡош-ҡорт, мал-тыуар. Йәйен йорттары сәскәгә күмелеп ултыра. Хужалыҡ, баҡса эштәрен балалары менән гөрләшеп йәһәт кенә тамамлап ҡуялар, матур итеп ял да итә беләләр. Балаҡайҙар киләсәктә бәхетле, изгелекле, һөнәрле, кәрәкле кеше булып үҫһендәр, уларға тик яҡшылыҡтар ғына юлдаш булһын, тигән изге теләктәр менән йәшәй ата-әсә.
Мәҡәләм һуңында, ошондай ғаиләләр аҙ комплектлы мәктәптәрҙең ябылмауына тос өлөш индерә, тип әйтке килә. Афарин уларға!