Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
26 Февраль 2018, 17:44

Берҙәмлектә – көс

Башҡортлоҡ рухы бөркөлөп тор-ған, балаларында милли рух тәрбиәләгән, ата-бабаларҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен онотмаған, туғанлыҡ ептәрен өҙмәгән илһөйәр һәм тел-һөйәр ғаилә тураһында мәҡәләбеҙ.


Хафизовтарҙың “Батырҙар” ғаилә ансамбле.



Һөләймән ауылынан Факиһа һәм Әүбәкер Хафизовтарҙың бөтә хеҙмәт юлы “Осҡон” колхозында үтә: ҡатыны малсылыҡта, ырҙын табағында эшләй; ире комбайнсы була, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Әүбәкер Миңлеғәфүр улы тальян гармунда, ҡумыҙҙа өҙҙөрөп уйнаһа, ҡатыны оҫта бейеүсе, йырсы була. Улар ете балаға ғүмер бүләк итә.

Ата-әсә үрнәгендә балалары ла эшһөйәр, кешелекле, ярҙамсыл, йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә. Уларҙың һәр береһе ҡумыҙ, гармун, ҡурай, мандолина кеүек музыка ҡоралдарын үҙләштерә.

Иң өлкән улдары Ишбулат иртә тол ҡалған әсәһенең төп ярҙамсыһы була – аталары 45 йәшендә үлеп ҡала. Бөгөн ул “Тепловик” ойошмаһында инженер булып эшләй. Тырыш хеҙмәте өсөн 2015 йылда уның исеме Почет таҡтаһына индерелә. Берҙән-бер ҡыҙҙары Алһылыу – Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы исеменә лайыҡ. Ветеринар һөнәренә эйә Айрат тормош иптәше Диана менән төп йортта йәшәй, күп итеп мал тоталар. Улар – биш балаға ата-әсә. Әкрәм Нуриманов исемендәге колхоз рәйесе була. Бөгөн Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Әсләм республикабыҙҙа ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендә көрәшсе исемен яулаған. Ул – милли көрәш буйынса РСФСР-ҙың спорт мастеры, ете тапҡыр Рәсәй чемпионы, һабантуй батырҙары араһында Башҡортостандың абсолют чемпионы. Әсләм Әүбәкер улы 2006 йылдан “Батыр” йәмғиәтен уңышлы етәкләй. Улар шулай уҡ ҡатыны Лира менән биш бала тәрбиәләй. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында теш табибы булып эшләгән Әғләм ағайҙың ике ҡыҙы ла, аталары юлынан китеп, медицина өлкәһен һайлаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Тимерғәзенең ғүмере иртә өҙөлгән.

Алты бер туған бөтә ғаиләләре менән татыу ғүмер итә. Берҙәмлектә – көс тип, улар бер-береһенә терәк булып йәшәй: бергәләшеп өйҙәр күтәрәләр, ғаилә байрамдарын билдәләй-ҙәр, бар туғандарын барлап, шәжәрә төҙөү эшен алып баралар.

Һәр яҡлап та талантлы, эшлекле, тырыш ғаиләләрҙә балалар ҙа рухлы, илһөйәр, үҙ быуынын белеп үҫә. Улар-ҙың һәр береһе белемгә ынтыла, мәктәп, район кимәлендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урындарға өлгәшә. Әлфинә Әсләм ҡыҙы, Әлфирә Әкрәм ҡыҙы, Гүзәлиә Әғләм ҡыҙы, Айгөл Ишбулат ҡыҙы мәктәпте миҙал-ға тамамлай.

Хафизовтар, “Батырҙар” ғаилә ансамблен ойоштороп, башҡорт хал-ҡының ауыҙ-тел ижадын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын сағылдырған төрлө кимәлдәге конкурстар-ҙа ихлас ҡатнаша. Улар Халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһендә төрлө йылдарҙа II, III, урындар ала, гармунсылар конкурсында ҡатнаша, Ҡариҙел районында үткән “Шәжәрә-2017” республика конкурсында гран-при яулай.

Бөтә яҡтан да уңған, шәп, заман менән бергә атлаған, шул уҡ ваҡытта тамырҙарын да онотмаған Хафизовтар бик күптәр өсөн өлгө булып тора.

Белешмә: 2017 йылда республикабыҙҙа йәнә бер күркәм байрам барлыҡҡа килде – Бөтә донъя баш-ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тәҡдиме менән 1 март – Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан ителде.

Айгөл ШӘРӘПОВА.