Хәкимовтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе.
1974 йылда өйләнешеп, Златоуст ҡалаһында тормош ҡорған Миндиямал һәм Риф Хәкимовтар хаҡлы ялға сыҡҡас тыуған ауылдары – йәмле Дыуан-Мәсетлегә кире әйләнеп ҡайта. Бөгөн улар тормоштан йәм, тәм табып, дәртләнеп донъя көтә. Тырыш хужа йортонан билдәле, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Уңған ғаиләнең йорто алыҫтан ауыл урамына йәм биреп ултыра.
Оҫта ҡуллы Риф ағай өй эсен, тышын заманса итеп биҙәү менән шөғөлләнә. Улар-ҙа хатта бильярд уйнай тор-ған зал да бар. Риф Сәлим улының тағы ла бер яратҡан шөғөлө – спорт. Ул мәктәптә волейбол секцияһын алып бара. Егеттәр дәрестәренә бик ҡыҙыҡһынып йөрөй. Ә кисен ошо мауыҡтырғыс уйын-ға ауыл йәштәрен ылыҡтыра. Район һәм зональ ярыштарға команда әҙерләү эше – уның өҫтөндә. Әммә Риф Сәлим улын борсоған мәсьәләләр ҙә бар: уны ауылда йәштәргә эштең булмауы, мәктәптәрҙә балаларҙың кәмеүе, туған тел дәрестәренең ҡыҫҡартылыуы хафаға һала.
Миндиямал апай баҡса үҫтерергә, яҡындарын тәмле аштары менән һыйларға ярата. Йыл һайын өс теплицаһынан мул уңыш ала.
Хәкимовтар ғаиләһе мәсеткә ҙур ярҙам күрһәтте. Ата-әсә изге йортта уңайлыҡтар булдырыу уйы менән улдарына – Силәбе ҡалаһында “Уралгидромаш” ойошмаһының генераль директоры Вадим менән шунда уҡ бүлек директоры вазифаһын башҡарыусы Аликка ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Улар был изге ниәтте хуплай. Шулай итеп, мәсеткә яңы газ плитаһы, газ ҡаҙаны, люстралар һатып алына, электр сымдары яңыртыла, евро ишектәр һәм тәҙрәләр ҡуйыла, баҙ шлак блоктары менән йылытыла. Йәмғеһе ике йөҙ меңдән ашыу аҡса сарыф ителә. Хәҙер мәсеттә йылы, яҡты, бөтә уңайлыҡтар булдырыл-ған. Шулай уҡ Риф Сәлим улы мәсетте тәртиптә тотоу эштәрен үҙ өҫтөнә алған. Ул Миндиямал апай менән дини байрамдарҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша.
Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ мәҡәле. Иман нуры, изгелек сәскән Хәкимов- тарҙың өлгөлө нәҫеле был һүҙҙең оло ҡиммәтен үҙ тормоштары миҫалында иҫбатлай.