Беҙҙең районда ла күп кенә һоҡланғыс парҙар йәшәй, уларҙың ғаиләләрендә маҡтауға лайыҡ бына тигән балалар тәрбиәләнә. Беҙҙең Һөләймән ауылында ла өлгөлө ғаиләләр етерлек. Шундай парҙарҙың береһе – киленем Әлфинә менән улым Рәфил Зәйнетдиновтар. Үткән йыл улар бергә йәшәүҙәренең 15 йыллығын билдәләне. Өлгөлө йәш ғаиләләрҙең береһе булыуҙан тыш, улар күп балалы иҫәпләнә: дүрт балаға ғүмер биреп, балаларына үрнәк булып матур итеп донъя көтәләр.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәл минең улым тураһында әйтелгән кеүек. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Киленем дә аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫта, йәй көнө баҡсаһы матур-матур сәскәләргә күмелә.
Улымдың ғаиләһе йыр-моңға маһир. Ата-әсәләре ҡумыҙ сирткәндә, ҡыҙҙары Таңһылыу менән Әлфирә бейергә төшөп китә, улдары Ридан менән Надир ҙа һынатмай. Балаларым ауыл һәм райондағы мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Үткән көҙ улар йәш ғаиләләр-ҙең район конкурсында 2-се урынға лайыҡ булды. Ҡыҙҙары Таңһылыу былтыр район ҡумыҙсылар конкурсында 2-се урын алғайны.
Ғаилә йылында шундай ныҡлы ғаиләләр тағы ла күберәк булыр һәм үҙҙәренең ата-әсәләрен, яҡындарын ҡыуандырып матур итеп йәшәр, тип өмөтләнәм.
Һүрәттә: Әлфинә һәм Рәфил Зәйнетдиновтар ғаиләһе.