Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
11 Ғинуар 2018, 16:55

Яңы йылда – яңы сабый

Районыбыҙҙа яңы йылда тәүге сабый 4 ғинуарҙа донъяға килгән.

Сабыйҙарын ҡулына алған бәхетле ғаиләне ҡотларға район Хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин һәм уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова килгәйне. Улар сабыйҙың ата-әсәһен – Наталья һәм Дмитрий Ершовтарҙы тормоштарындағы ошо мөһим ваҡиға менән тәбрик итте. Хакимиәт башлығы ҡулынан улар яңы тыуған бала өсөн бүләктәр алды.

– Балалар тыуыу – ул һеҙҙең өсөн генә түгел, ә бөтә район өсөн шатлыҡлы ваҡиға. Был районда йәшәүселәр һаны арта, ә ғаиләләр нығына, тигәнде аңлата, – тине Әнис Ҡасим улы.

Ершовтарҙың яңы ғаилә ағзаһы 4 кг 372 г ауырлыҡ менән тыуған, буйы – 57 см.

Наталья һәм Дмитрий биш малай тәрбиәләй, уларҙың өлкәненә – 15 йәш. Яңы тыуған алтынсыһына ата-әсә Гордей тип исем ҡушырға ҡарар иткән.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.