“Юлдаш” радиоһынан ағыл-ған тапшырыуға ҡушылып үҙ-ара ниҙер йәнле һөйләшкән мәлдәрендә тап иттем мин уларҙы. Бүлдерергә ҡыймай, һоҡланып ҡарап торҙом: һәр ваҡыттағыса бер-береһен аңлап, бер үк ҡыҙыҡһыныу, бер үк ынтылыштар менән йәшәгән татыу ғаилә алдымда. Улар бөгөн дә күптәргә һөйөү һәм үҙ-ара ихтирам өлгөһө булып йәшәй. Әңгәмәгә ҡушылып, һүҙҙе әкрен генә йәшлек хәтирәләренә йүнәлтәм – 6 тиҫтә йыл элекке ваҡиғалар ебе һүтелә.
Тәүге тапҡыр улар ауыл йәштәре уйынында осраша. Инде 7 йыл ситтә йөрөгән, армия сафтарында сержант юлын үткән, хеҙмәт отрядында шахтала эшләп өлгөргән мыҡты кәүҙәле егет 17 йәшлек кенә аҡ йөҙлө, йәшел күҙле, һомғол сибәр ҡыҙҙы шунда уҡ шәйләй. Тыныс хол-ҡон, саф күңелен һиҙемләп, ике ай тигәндә ҡыҙ йортона ҡоҙалар ҙа ебәртә. Тик буласаҡ ҡәйнәһе Нәфисәгә 18 тулғанын көттөртә. Бер йыл оҙаҡ тойолһа ла, йәштәр өсөн тап шул ваҡыт бер-береһен өйрәнергә, бер-береһенә тағы ла нығыраҡ эҫенергә ярҙам итә.
Өйләнешеү тарихы ла заманына күрә үҙенсәлекле. “1955 йыл ине. Мулла килеп уҡыны ла, бергә тормош көтә башланыҡ. 1957-лә малай тыу-ҙы бит! Һыбай атланып киттем сәүит кешеһенә”, – тип хәтерләй Сәлимйән бабай. “Ә унда законлы никах ҡағыҙы кәрәк, тиҙәр. Шулай итеп, ғаиләбеҙгә ҡағылышлы ике документты бер юлы алып ҡайттым. Икеһе лә бер датала теркәлгән. Тимәк, беҙ 60 түгел, 62 йыл бергәбеҙ”.
“Альфредыбыҙ тәүге бала булһа ла, бер йортта йәшәгән күмәк ғаиләлә 11-се кеше ине”, – тип һүҙгә ҡушыла Нәфисә инәй. “Сәлимдең туғандары, ата-әсәһе, өләсәһе – тиҫтә йылдан ашыу бергә татыу ғүмер иттек, килен-ҡәйнә бер генә лә телгә килмәнек. Әлеге көндә лә ауылда 4 киленле бер мин генә, бөтәһен дә үҙ ҡыҙҙарым кеүек яҡын күрәм, шуға ҡыуанам”.
Эйе, дүрт ул, бер ҡыҙ үҫә ғаиләлә. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәренең дә 21-сеһен көтәләр. Бындай иҫәпте Сәлимйән бабай үҙе ентекле алып бара. Оҙайлы йылдар колхозда иҫәпсе булып эшләгән ул. Трактор-машиналар, баҫыу-яландар, колхоз эшсәндәре – ҡасан күпме булғанын бөгөн дә әйтеп бирә алыр кеүек. Бынан тыш, ғәҙеллеге менән билдәле ирҙе йыш ҡына район суды заседателе, ә 1959, 1970,1979 йылдарҙа үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында инструктор итеп һайлайҙар.
Белеме 7 йыллыҡ. 1945-тә тамамлай ул Теләш мәктәбен. “4 малай инек класта. Иптәштәремде аталары артабан уҡытыу яғын ҡайғыртты, ә минеке ҡайтмағайны әле”, – ти Сәлимйән бабай. Атаһы Йосопйән Дәүләтшин – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Сталинград яуында ҡаты яраланып ҡайта, бер аҙҙан Магнитогорскиҙағы танк заводына һаҡсы итеп йүнәлтелә. Унан һуғыш тамамланып ике йыл үткәс кенә кире әйләнә. Сәлимйән бабайҙың уҡыуын артабан дауам иткән өс дуҫы ла билдәле шәхестәр булып китә: крайҙы өйрәнеүсе-тарихсы Тәлғәт Сөнәғәтов, сәсән-шағир Рәшит Әхтәри, физика-математика фәндәре профессоры Миңлеғәли Төхвәтов.
Ә Нәфисә инәйҙең атаһы Мөхәмәтдин яу яланында ятып ҡала. “Һуғыштан һуңғы заманаларҙа ни ашау етмәне, ни кейем. Әсәйем нисек тә булһа өлкән ағайымды мәктәпкә оҙата, миңә сират етмәй ҙә ҡуя ине. Беренсе класты ике тапҡыр уҡырға тура килде”, – ти ул. 16 йәшенән һауынсы булып эшкә төшә. Ғаиләле булып, балалары тыуғас, 10 йыл мәктәптә, 20 йыл ауыл Советында йыйыштырыусы була. Ул заманда ағас мәктәп ҙур ғына, бер нисә мейес яғыр-ға кәрәк. Ҡыш урманда үҙҙәре үк утын әҙерләй, ат арбаһына оло мискәләр тейәп һыу ҙа ташый, йәй шул атҡа бесән саба. Бесәнлектәге дәррәү эште Нәфисә инәй “күңелле саҡтар ине”, тип иҫкә ала.
Күп ауырлыҡтар тура килә улар иңенә. Икеһе лә “Һуғыш балаһы” миҙалы менән бүләкләнгән. Тик икеһе лә ул заманға зарланырға яратмай. Хәтер төпкөлөнән сыҡҡан иҫтәлектәр күберәк ҡыуаныслы, ҡыҙыҡлы. Ғаилә балалары, ейәндәре шатлығын уртаҡлашып, ата-бабалары иҫтәлегенә тоғро булып йәшәй.
Сәлимйән бабай үҙ шәжәрәһен төптән өйрәнгән һирәк кешеләрҙең береһе. Нәҫеле Теләш ауылына нигеҙ һал-ған Зәйнеш Теләшевкә барып тоташа. Тоҡомоноң һәр вәкиле, шулай уҡ ауыл тарихы тураһында тәфсилләп һөйләргә әҙер. Өҫтәлендә “Баш-ҡорт ырыуҙары тарихы” күптомлығы, ревизия мәғлүмәттәрен туплаған баҫмалар. 1834 йылда, мәҫәлән, Теләштән генә лә тиҫтәгә яҡын кешенең Себергә оҙатылыуы теркәлгән. Улар “аҡ батша”ға буй бирмәй, суҡыныуҙан баш тартҡан. Ә инде 1850 йылғы халыҡ иҫәбендә Дәүләтшиндар нәҫеленән 16 йәшлек Бикмөхәмәттең, 1838-селә үк суҡындырылып, урыҫ ауылына йәшәргә ебәрелеүе хаҡында бәйән ителә.
Ғаиләнең яратып ҡулға алған тағы ла бер баҫмаһы – район гәзите. “Тоғро дуҫыбыҙ! Бына инде туҡһанды ҡыуһаҡ та, был гәзиттән айырылғаныбыҙ юҡ. Үҙ еребеҙҙәге бөтә яңылыҡтар менән шул таныштыра. Уның биттәрендә үҙебеҙ тураһында ла уҡырға насип булыр, тип уйламағайныҡ”, – тип ҡыуаныша улар.
Эйе, гәзит уҡыусыға танытырлыҡ һоҡланғыс ғаиләләр күп арабыҙҙа. Уларҙы тик күрә белергә генә кәрәк. Ә инде гәүһәр туйын байрам иткән бәхетле парҙар айырыуса ихтирамға лайыҡ. Республика Башлығының Нәфисә менән Сәлимйән Дәүләтшиндар исеменә килгән ҡотлау хатында билдәләнеүенсә, улар “Рәсәй дәүләтенең ысын таянысы һәм ышаныслы нигеҙе. Тыныслыҡ, һөйөү һәм дуҫлыҡ тантана иткән ғаиләләрҙә балалар ҙа әхлаҡи яҡтан сәләмәт, тырыш һәм яуап-лы булып үҫә.”