Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
28 Ғинуар 2021, 16:34

Мәләүез исемле ат.

Халыҡта шулай күнегелгән инде: һәр йорт хайуанының исеме бар. Ә уларҙың ниндәйҙәре генә юҡ! Төҫөнә ҡарап та, тыуған айына ҡарап та ҡушабыҙ. Ә бына бәйән ителәһе ваҡиғала аттың исеме ер-һыу атамаһына бәйле килеп сыҡҡан. 1950 йылдарҙа беҙҙең ауылға алыҫ Мәләүез районынан биш егет 30-лап йылҡы менән килеп төштө.

Улар район етәкселәренең килешеп һөйләшеүе һөҙөмтәһендә беҙҙең Туҡбай ауылына, элекке Куйбышев колхозына, октябрь байрамынан һуң килеп урынлаштылар. Сәбәбе – ул йылдарҙа Мәләүез районында ҡоролоҡ булыуы. Аттарҙы астан үлтермәҫ өсөн, алыҫ булһа ла, килеп еткәндәр. Эйе, һуғыштан һуң атһыҙ – эш һанһыҙ, сөнки бар эш улар ярҙамында башҡарылды: иген сәселде, урылды, келәттәргә ташылды, хөкүмәткә тапшырылды.
Ул ваҡытта ат ашығыс ярҙам машинаһы ла, ике мөхәббәтле йөрәкте ҡауыштырыусы ла булды. Йәйен, ҡышын туйҙар гөрләп торҙо, еҙ ҡыңғырау-ҙар тағылған юртаҡтарҙың елеп килгәне әллә ҡайҙан ишетелеп тора. “Әнә, туй килә”, – тип, бөтә кеше – олоһо ла, кесеһе лә – урамға сыға.
Ат шәхси хужалыҡта утын, бесән, малдарға аҙыҡ килтерергә, ваҡ-төйәк йомош менән район үҙәгенә барырға ла ярап торҙо.
Килгән егеттәргә фермалағы ашарға бешерергә мейесе булған контора тигән бер бүлмәне бир-ҙеләр. Улар тәүҙә аттарҙы тибендә көтөп йөрөттө, ҡар ҡалынайғас, колхоздың йәйге һыйыр һауған кәртәлегендә бикләп тоттолар. Ул ваҡытта һарайҙар юҡ ине, аттарҙың арҡаһына ҡар төшөп тормаһын өсөн япма эшләп ҡуйҙылар. Көҙҙән арба менән килгән егеттәргә колхоз һалам ташырға сана бирҙе.
Шулай көн артынан көн уҙып, яҙ етте. Егеттәр аттарын алып ҡайтырға әҙерләнә башланы. Бер аттары ниңәлер аяғына баҫа алманы. Егеттәр уны ҡалдырып ҡайтып киттеләр.
Йәшел үлән сыға башлаған мәл, ағайҙар атты йәшел сирәмгә сығарып, алдына бесән һалды. Минең әсәйем һауынсы булып эшләгәс, уға эйәреп фермаға барам, ошо атҡа һыу эсерәм. Шулай Мәләүез исемле атыбыҙ аяғына баҫты, әкертенләп хәрәкәт итә башланы. Аяғына ныҡлап баҫҡас, уны колхоз һарайына яптылар.
Өсөнсө-дүртенсе класты уҡып бөткәс, миңә Мәләүезде егеп колхоз эшен башҡарырға насип булды. Уның ярҙамында атайым менән утын да әҙерләнек.
Бына ошолай булды Мәләүез исемле ат тарихы.
Миндихан Әминев, Оло Ыҡтамаҡ ауылы.
ФОТО асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.