Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 3 майға ҡарата Башҡортостанда дүрт янғында ете бала һәләк булған, былтыр ошо уҡ осорға ҡарата – бер бала.
Янғындар Мишкә, Белорет, Бишбүләк һәм Дыуан райондарында шәхси йорттарҙа теркәлгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре өлкәндәрҙе уяу булырға саҡыра:
Балаға шәхси йортта янғын сыҡҡанда уның төп бурысы эвакуацияланыу икәнлеген аңлатығыҙ. Йәшенмәгеҙ, уйынсыҡ йәки бесәй артынан йүгермәгеҙ, ә йорттан сығығыҙ!
Хәүефһеҙлек һеҙҙән башлана!
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.