Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
24 Октябрь 2023, 10:10

Йорттарын яңы ғына һалып бөткән булғандар

Унда һигеҙ бала йәшәгән. Янғын сыҡҡан ваҡытта...     

Йорттарын яңы ғына һалып бөткән булғандар
Йорттарын яңы ғына һалып бөткән булғандар

Белорет ҡалаһында бөгөн саҡ ҙур фажиғә булманы. Көндөҙ һигеҙ бала йәшәгән йортта янғын сыға. Иң бәләкәй сабый быйыл тыуған, ҙуры - 2010 йылғы. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ут сыҡҡан саҡта өйҙә ата-әсәнең береһе менән өс бәләкәй бала булған. Ҡыуанысҡа, уларҙың береһе лә зыян күрмәгән. Тик ун кешелек ғаилә йортһоҙ ҡалған. Әле уларҙы ҡайҙа урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә.

Шуныһы аяныслы, яңы йортҡа ғаилә яңы ғына күскән булған. Әле урында тәфтишселәр эшләй. Улар фажиғәнең сәбәбен асыҡлаясаҡ. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын дөрөҫ эшләнмәгән мейес арҡаһында сығыуы ихтимал.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
 
Автор: