Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
20 Август 2021, 12:15

Хәйбулла районында ҡурҡыныс утлы өйөрмәне видеоға төшөрөп алғандар

19 августа Башҡортостандың Хәйбулла районында сыҡҡан ҡурҡыныс утлы өйөрмәне видеоға төшөрөп алғандар.

Хәйбулла районында ҡурҡыныс утлы өйөрмәне видеоға төшөрөп алғандар
Хәйбулла районында ҡурҡыныс утлы өйөрмәне видеоға төшөрөп алғандар

«Хәйбулла районында янғын Бүребай ҡасабаһына яҡынлаша. Аҡылдан яҙырлыҡ, минең бындай хәлде күргәнем юҡ ине. Ялҡын яна-яна өйөрөлә», — ти кадр артындағы тауыш.

Утлы өйөрмәнең видеоһы «Фобос. Тәбиғәт катаклизмдары һәм һәләкәттәре» аккаунтына ла ҡуйылған.

«12 сәғәт 9 минутта Бүребай ауыл советының көтөүлек биләмәләрендә Баҡса һәм Бүребай ауылдары араһында 5 гектар майҙанда ҡоро үлән янып китте. Утты һүндереү ваҡыты – 17.56», — тип белдерҙеләр республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

 

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: янғын
 
 
 
Автор:Лариса Михалькова