Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге осраҡ 18 августа кис көнө Айтуған ауылында теркәлгән. Ишле ғаилә йәшәгән ағас йортта ут сыҡҡан. Быға электр щиты сәбәпсе булыуы ихтимал.
Ике бәләкәй балаһы менән өйҙә ултырған әсә бер мәл шатырлаған тауышҡа иғтибар иткән. Тышҡа сыҡҡас, ялҡын телдәрен күреп ҡалған. Ҡатын шунда уҡ балаларын алған да төтөн тула башлаған йорттан сығып киткән.
Зыян күреүселәр юҡ. Янғын һүндерелгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй.
Ишле ғаиләнең өйөнә янғын тураһында хәбәр иткән приборҙар льготалы программа буйынса ҡуйылған. Ғаиләлә өс ҡыҙ, ике малай тәрбиәләнә. Янғын башланған ваҡытта өс бала тышта йөрөгән. Ғаилә башлығы эштә булған. Әле барыһы ла ваҡытлыса туғандарында йәшәй.
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы