Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
19 Декабрь 2019, 18:00

Туҡбай ауылында өй янған. Ярҙам кәрәк!

14 декабрҙә 18 сәғәт 36 минутта 86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часына Туҡбай ауылында өй янып китеүе тураһында шылтыратып әйтәләр.

Уны һүндереү өсөн бер янғын һүндереү командаһы ебәрелә, ул янғын урынына 19 сәғәт 15 минутта килеп етә. Утты һигеҙ минут эсендә һүндерәләр. Ваҡиға урынына шулай уҡ Мәсәғүт ауылынан тағы ла бер янғын һүндереү командаһы килеп етә. Янғын сәбәбе – электр ҡорамалын техник эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙоу.
Янғын – һәр ғаилә өсөн ҡот осҡос бәлә. Хәҙер Гөлфирә һәм Илдар Вәлиевтар өйө тергеҙерлек түгел. Бер нәмә лә – әйберҙәре лә, документтары ла, кейемдәре лә ҡалмаған.
Янғындан ҡазаланған Вәлиевтар ғаиләһенә финанс ярҙамы күрһәтергә теләгәндәр 4276060014604501 һандары буйынса Һаҡлыҡ банкы картаһына аҡса күсерә ала (карта хужаһы Гөлдәр Илдар ҡыҙы Вәлиева).
Документтары тергеҙелгәндән һуң, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова мәсетлеләргә ярҙам итеп торған “Российский Красный крест” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә планлаштыра.