Шартлау һөҙөмтәһендә 51 йәшлек ир зыян күрә. Тәненең 60-65 проценты төрлө дәрәжәлә бешеп, ул үҙәк район дауаханаһы реанимацияһына килтерелә.
Эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһының Башҡортостан территориаль подсистемаһы, шул иҫәптән Рәсәй МЧС-ынан көстәр һәм саралар йәлеп ителә.
Ваҡиға урынына Рәсәй МЧС-ының Баш-ҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары, һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй МЧС-ы тәүтикшереүсеһе килде.
Булған хәлдең сәбәбе асыҡлана.
Үҙ хәүефһеҙлеген, шулай уҡ күршеләре һәм туғандарының именлеген газ хеҙмәте профессионалдары ғына түгел, ә ҡулланыу- сыларҙың үҙҙәре лә ҡайғыртырға тейеш. Көнкүрештә газды бары тик дөрөҫ файҙаланыу, газ приборҙарын эксплуатациялаған ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү генә “зәңгәр” яғыулыҡ менән һаҡһыҙ тотоноуҙан килеп сыҡҡан күп бәләләрҙе булдырмаҫҡа, үҙеңдең һәм яҡындарыңдың ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк.
Ашығыс хеҙмәттәр телефоны: берҙәм номер – 112; “Газ-Сервис”-тың авария-диспетчер хеҙмәте – 2-10-04; ЕДДС – 2-01-01.