Халыҡ өсөн ышаныслы терәк

Оло Ыҡтамаҡ ауылында урынлашҡан “Минең документтарым” офисы коллективы 27 июлдә һөнәри байрамын – Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләне.

Халыҡ өсөн ышаныслы терәкХалыҡ өсөн ышаныслы терәк
Халыҡ өсөн ышаныслы терәк

Был дата бер нисә йыл инде бөтә ил буйынса уҙһа ла, рәсми рәүештә байрам республикала икенсе тапҡыр ғына хөрмәтләнә. Оло Ыҡтамаҡ коллективы өсөн ул айырыуса әһәмиәткә эйә, сөнки был көн һайын тиҙ, аңлайышлы итеп дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе күрһәткән белгестәрҙең эшен таныу булып тора.
Офистың һәр эш көнө – ул операция залы тәҙрәләре аша үткән тиҫтәләгән мөрәжәғәттәр. Бында торлаҡҡа документтар әҙерләргә, балаға тәүге документтар алырға, пенсия мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итәләр. Һәр хеҙмәт артында тәжрибәле белгес тора, хеҙмәткәрҙәрҙең бурысы – Күп функциялы үҙәккә барыу яҡшы тәьҫорат ҡалдырһын өсөн ҡуйылған бурысты хәл итеү.
Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәр- ҙәренең эше республика кимәлендә лайыҡлы танылыу ала. Төбәктә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем булдырылды, уның ярҙамында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе ысын мәғәнәһендә асыҡ һәм аңлайышлы иткән профессионалдарҙы билдәләйҙәр. Оло Ыҡтамаҡ офисында тап шундай хеҙмәткәрҙәр эшләй, уларҙың учреждение үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Бүлек мөдире Светлана Заһитова офис ойошторолғандан алып эшләй. Уның етәкселегендә коллектив ҡуйылған бурыстарҙы ышаныслы үтәй, барлыҡ мөрәжәғәт итеүселәрҙе юғары хеҙмәтләндерә һәм үҙ-ара ярҙам итеү атмосфераһын булдыра.
– Беҙҙең офис – фекерҙәштәр командаһы, унда һәр кем дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерә. Мин хеҙмәткәрҙәрем менән ғорурланам, уларға профессионализмы һәм килеүселәргә кешелекле мөнәсәбәте өсөн рәхмәтлемен, – тип билдәләй Светлана Данис ҡыҙы. Быйыл март айында Башҡортостан Республикаһында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе үҫтереүгә, ойоштороуға ҙур өлөш индергәне һәм 2025 йылдағы эш йомғаҡтары буйынса Светлана Заһитова Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Байрам алдынан тәжрибәлеге менән учреждениеның йөҙөн билдәләгән белгестәрҙе әйтеп үтергә кәрәк. Коллективтың башланғысында торған һәм нигеҙен тәшкил иткән хеҙмәткәрҙәр айырым иғтибарға лайыҡ. Операциялар залының баш белгесе Таңһылыу Ғәниеваның профессионаллеге, тәрән белеме һәм сыҙамлығы уны коллегалары өсөн ышаныслы ориентир һәм ғариза биреүселәрҙе хеҙмәтләндереү сифатының гаранты итә.
Был эшкә күп йылдар артабанғы контроль секторының баш белгестәре Татьяна Мөбәрәкшина һәм Оксана Чебыкина, операция залының әйҙәүсе белгесе Резеда Нуриева ҙур өлөшөн индерә.
2023 йылда күп функциялы үҙәккә килгән операция залының алдынғы белгестәре Алина Тугалева, Юлиә Хаметова, Луиза Хөпөтдинова һәм Илгизә Ҡотлоәхмәтова үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Улар тиҙ арала эш процестарын үҙләштереп, үҙҙәрен яуаплы хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Алина Тугалеваны айырым билдәләп үтергә кәрәк: яуап-лы һәм башҡарма, ул һәр ваҡыт башланған эште аҙағына тиклем еткерә һәм һәр килеүсегә дөрөҫ йүнәлеш бирә белә.
Тәжрибәле коллегалары йәш белгестәргә һөнәри серҙәрен генә биреп ҡалмай, ә һәр килеүсегә дөрөҫ аралаша белеү һәләте менән дә уртаҡлаша.
Эльвера Фәйезова көн һайын офистың таҙалығы һәм уңайлылығы тураһында хәстәрлек күрә. Үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән учреждениела камил тәртип һаҡлай, ыңғай атмосфера булдыра.
Һөнәри байрам – ул йәнә бер тап-ҡыр халыҡҡа мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итеүселәргә рәхмәт әйтергә сәбәп. Социаль түләүҙәрҙе рәсмиләштереү, күсемһеҙ милекте теркәү йәиһә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам сараларын алырға булышһынмы, офис хеҙмәткәрҙәре һәр ғариза биреүсенең документтарын ҡабул итә, уларҙы тейешле урынға тапшыра, шулай уҡ консультация бирә. Коллективта үҙ-ара ярҙам һәм кешеләргә ихласлыҡ хөкөм һөрә.

Беҙҙең хәбәрсе.

Автор: