

Шундай ауыл магазинында, Йонос ауылының “Әй” сауҙа нөктәһендә, 13 йыл эшләүсе Гөлсинә Хәйретдинова менән таныштырабыҙ.
Ул Балаҡатай районы Монас ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Балаҡатай районында ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштерә. 1990 йылда Гөлсинә Ғәүнетдин ҡыҙы кейәүгә сыға һәм Мәсетле районына күсеп килә.
Сауҙа өлкәһендә уның хеҙмәт стажы 20 йыл самаһы тәшкил итә. 2001 йылда район ҡулланыусылар йәмғиәтендә һатыусы булып эшләп өлгөрә, һуңынан өс йыл Тимерәктәге магазинда эшләй. 2013 йылда ул Йоностағы Фәүзиә Мөхәрәмованың “Әй” аҙыҡ-түлек магазинына урынлаша.
Шул ваҡыттан алып көн һайын ул йоностарҙы магазинда ҡаршы ала. Ире Тимербулат Разаитдин улы менән Тимерәктә төпләнгәндәр. Сауҙа нөктәһе иртәнге сәғәт 9-ҙа эшләй башлай, шуға күрә ҡатын өс саҡрым араны автобуста, автомобилдә, ҡайһы берҙә йәйәү ҙә үтә. Ауылда һәр кем уға – белеш, таныш. Һатыусы халыҡтың өҫтөнлөктәрен иҫендә тота, кемгә ниндәй тауар ҡалдырырға кәрәклеген белә, нимә һатып алырға кәңәш итә.
Һатып алыусы “Тоҙ бармы?” тип кенә түгел, шулай уҡ йыш ҡына“Бәлеш өсөн нимә алыу яҡшыраҡ?”, “Ҡайһы икмәк бөгөн килгән?” тип тә һорай. Ә ул һәр ваҡыт аныҡ яуап бирә, сөнки продукцияның ассортименты һәм ҡулланыу ваҡыты менән таныш.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ауыл магазины – сауҙа урыны ғына түгел, осрашыу, яңылыҡтар менән алмашыу, иғлан ҡалдырыу урыны ла, шуға күрә күп осраҡта һатыусы быларҙы бәйләүсе звеноға әүерелә: уның аша хәбәрҙәр тапшырыла, яңылыҡтар һәм буласаҡ саралар тураһында беләләр.
Ә бит былар – мәшәҡәттәренең бер өлөшө генә!
Эштән һуң Гөлсинә Ғәүнетдин ҡыҙы тормош иптәше менән йорт хужалығын алып бара, мал аҫрай, баҡса үҫтерә. Әйткәндәй, быйыл уларҙың ғаиләһе мөһим датаны – бергә йәшәүҙәренең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
Тормош иптәше Тимербулат Разаитдин улы менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, улар өс ейәнсәр һәм ике ейәнгә яратҡан өләсәй менән олатай. Өлкән ҡыҙы Юлиә әсәһе һөнәрен һайлаған – ул сауҙа өлкәһендә эшләй һәм Екатеринбургта “Монетка” магазины директоры вазифаһын башҡара. Ҡыҙҙары Наргөл Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Миләш” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Кесеһе Розалия, кейәүгә сығып, Салауат районында донъя көтә.
Камилла
МУСАКӘЛИМОВА.