

– Дамир Мөнир улы, үҙегеҙ тураһында бер аҙ һөйләгеҙ әле.
– 1983 йылда Иглин районы Меңйетәр ауылында тыуғанмын. 1–9 класты Краснодар крайының Апшеронск ҡалаһында уҡыным. Ғаиләбеҙ менән Яңы Мөслим ауылына күскәс, 10-11 класты унда тамамланым. 2001 йылда Йоматау аграр техникумына “Хоҡуҡ белгесе” һөнәре буйынса уҡырға индем, ә инде 2003–2005 йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ часында хеҙмәт иттем. 2006–2011 йылдарҙа Мәскәү дәүләт индустриаль университетында “Юрист” белгеслеге буйынса уҡыным. 2017 йылда Мәсетле районы буйынса эске эштәр бүлегенең ЮХХДИ бүлексәһендә административ ҡануниәтте үтәү буйынса инспектор вазифаһында эшләй башланым. Дәүләт автоинспекцияһына барырға тәҡдим алғас, был хеҙмәт ҡыҙыҡлы, кешеләргә кәрәкле булғаны өсөн ризалаштым. Был өлкәгә килгәнемә бер тапҡыр ҙа үкенмәйем, сөнки бала саҡтан ЮХХДИ хеҙмәткәре булырға теләнем, үҙ эшемде яратам, ул миңә оҡшай.
Дамир Мөнир улы үҙенең бурыстарына һәр ваҡыт намыҫлы ҡарай, шуға күрә 2023 йылда ЮХХДИ бүлексәһенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкән дәүләт инспекторы итеп тәғәйенләйҙәр. 2025 йылдың майынан әлеге ваҡытҡа тиклем полиция капитаны бүлексәнең начальнигы вазифаһын башҡара.
– Һеҙҙә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы булараҡ, ниндәй ҡағиҙә боҙоуҙар айырыуса борсолоу тыуҙыра?
– Иҫерек килеш транспорт саралары менән идара итеү, ҡаршы һыҙатҡа сығыу, тиҙлекте арттырыу, балаларҙы махсус тотоп тороусы сараларһыҙ йөрөтөү, айырыуса балиғ булмағандар йөрөгән питбайк, мототехника хәүеф тыуҙыра. Мототранспорт менән идара итеүселәрҙең күбеһендә водитель танытмаһы ла, хәүефһеҙ идара итеү күнекмәләре лә, һаҡлағыс экипировка ла юҡ.
– Юлдарҙа тәртип булдырыу өсөн хеҙмәткәрҙәр етерлекме?
– Юҡ, әлбиттә, хеҙмәткәрҙәргә йөкләмә сиктән тыш ҙур. Хәҙер ЮХХДИ-ла бөтәһе 12 кеше эшләй, эш күләме аҙ түгел, сөнки юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары бик күп һәм кәмемәй. Кешеләрҙе бер ни ҙә ҡурҡытмай: ҙур штрафтар ҙа, автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү ҙә. Ә юлдарҙа иң ҡурҡыныс хәлдәр иҫерек водителдәр һәм ҡаршы һыҙат буйынса йөрөргә яратыусылар ғәйебе менән була. Ҡаршы һыҙатҡа сығыу сәбәпле бәрелеүҙәр, ҡағиҙә булараҡ, иҫән ҡалыуға өмөт ҡалдырмай.
– Дамир Мөнир улы, дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы улар яҙып биргән штрафтар һанына бәйлеме?
– Штрафтар яҙыу буйынса бер ниндәй план юҡ. Юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймау өсөн юлдарҙа тәртип боҙоуҙарҙы мөмкин тиклем кәметергә тырышабыҙ, әлбиттә. Закондар уларҙы үтәү өсөн булдырылған да инде. Дәүләт автоинспекцияһына айырыуса эштең һуңғы һөҙөмтәһе – юл-транспорт ваҡиғаларында ҡорбандар һанының кәмеүе мөһим. Бар эшмәкәрлегебеҙҙең асылын тәшкил иткән юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү өсөн көс тә, средстволар ҙа бар.
– Дәүләт автоинспекцияһына ниндәй ялыуҙар менән осрашырға тура килә?
– Административ яуаплылыҡҡа тарттырылған ҡайһы бер хоҡуҡ боҙоусылар үҙҙәренең хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепле булыуҙарын инҡар итә. Иҫбатлап видеояҙма күрһәтһәң дә, улар үҙ фекерендә ҡала. Һәр ялыуға айырым ҡарайбыҙ, һәр фактты ентекләп тикшерәбеҙ һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итәбеҙ.
– Бөгөнгө көн тәртибендә ниндәй төп мәсьәләләр тора?
– Беренсеһе – эскән килеш руль артына ултырыуға ҡаршы көрәш, сөнки иҫерек килеш авария яһау осраҡтары күп. Икенсе мәсьәлә – тиҙлек режимын үтәүҙе, ҡаршы һыҙатҡа сығыуҙы контролдә тотоу. Өсөнсө мәсьәлә бөгөнгө көндә киҫкен һәм проблемалы – ул балиғ булмаған балалар араһында мототехника менән идара итеү. Улар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы эҙемтәләренең юғары ауырлығы менән айырылып тора. Мотоцикл менән идара итеүсегә юл хәрәкәтендә хәүеф янағанын онотмағыҙ. Уларҙың бер аҙ бәрелеүе йәки ҡолауы ла ауыр йәрәхәтләнеүгә һәм үлемгә килтереүе ихтимал. Ата-әсәләрҙең иғтибарын йүнәлтеп, уларҙы балаларға мототехника һатып алмаҫҡа һәм идара итергә рөхсәт итмәҫкә саҡырам. Тағы ла бер тема – хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡулланыу, шул иҫәптән балаларҙы махсус тотоп тороусы ҡулайламаһыҙ йөрөтөү.