

1935 йылда Шоссе, грунт юлдары һәм автомобиль транспорты үҙәк идаралығы системаһында Дәүләт автоинспекцияһы ойошторола. Уға техник күҙәтеү функциялары йөкмәтелә. 1936 йылдың 3 мартынан Дәүләт автоинспекцияһы эске эштәр халыҡ комиссарҙары эшсе-крәҫтиән милицияһы баш идаралығы составына индерелә, ә 3 июлдә уның тураһында положение раҫлана. Был көн Дәүләт автоинспекцияһының тыуған көнө тип иҫәпләнә лә инде.
Положениеға ярашлы, дәүләт автоинспекцияһы штатына өҫтәмә рәүештә юл күҙәтеүе автоинспекторҙары вазифалары индерелә. Уларға милицияның махсус составы вазифалары бирелә. Кейемдәре милицияның дөйөм формаһынан айырма билдәләре менән генә айырыла. Эшсе-крәҫтиән милицияһы составында яңы бүлек барлыҡҡа килә – Дәүләт автоинспекцияһы.
Дәүләт автоинспекцияһы заман һынауын үтте, кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау өсөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә етди өлөш индерә. Хеҙмәт тарихы – ул тарихи ҡанундар, ваҡиғалар, даталар ғына түгел. Тәү сиратта – был үҙ тормошон ҡатмарлы һәм яуаплы, әммә бик кәрәкле һөнәргә арнаған кешеләр.
Ошо йылдарҙа төрлө кешеләр дәүләт автоинспекторҙары, райондың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальниктары һәм юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары булып эшләне.
1962 йылда Мәсетле районының беренсе дәүләт автоинспекторы итеп Расфар Ғүмәр улы Әхмәтов тәғәйенләнә, 1963 йылда ул Дыуан районы милиция бүлегенә күсерелә. Р. Ғ. Әхмәтовҡа тиклем кем эшләгәне билдәһеҙ.
1963 йылдың 1 мартынан ул осорҙа Мәсетле һәм Балаҡатай райондарын хеҙмәтләндергән дәүләт автоинспекторы вазифаһына Ф. Ә. Ғәләүетдинов тәғәйенләнә.
1963 йылда район милиция бүлегенә водитель итеп Пётр Герасимович Ковин ҡабул ителә. 1964 йылдың 2 ғинуарында ул Мәсетле дәүләт автоинспекцияһының юл күҙәтеүе инспекторы вазифаһына тәғәйенләнә. Һуңынан, 1965 йылда, уны дәүләт автоинспекторы итеп күсерәләр. Ул осорҙа Мәсетле һәм Балаҡатай райондары хеҙмәтләндерелә. Ә юл күҙәтеүе инспекторы вазифаһына Вил Нәжип улы Закирйәнов ҡуйыла. Ул 1969 йыл-ға тиклем эшләй, һуңынан Мәсетле районы эске эштәр бүлегенә милиционер-водитель итеп күсерелә.
1969 йылдың 21 майынан 1981 йылға тиклем дәүләт автоинспекторы вазифаһында Ювеналий Михайлович Мальцев эшләй. 1975 йылдың февралендә юл күҙәтеүе инспекторы вазифаһына Радик Нурғәли улы Әлхәйҙәров тәғәйенләнә. Ул Мәсетле районы эске эштәр бүлегенең дәүләт автоинспекцияһына 26 йыл ғүмерен арнай һәм 2001 йылдың 10 октябрендә милицияның өлкән прапорщигы дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға.
1981 йылдың 2 февраленән 1985 йылға тиклем Мәсетле районы эске эштәр бүлегенең өлкән дәүләт инспекторы вазифаһында Рәсүл Мөхәмәтйәр улы Әхмәҙуллин эшләй. Шулай уҡ 1981 йылдан Мәсетле районы эске эштәр бүлегенең юл-патруль хеҙмәте өлкән инспекторы вазифаһына Иҙелман Фәйзрахман улы Мөхәрәмов килә. 1993 йылда Иҙелман Мөхәрәмов юл-патруль хеҙмәте взводы командиры итеп күсерелә һәм был вазифала 1999 йылға тиклем хеҙмәт итә. Мәсетле районы Эске эштәр бүлегенең Дәүләт автоинспекцияһында 22 йыл эшләп, милиция капитаны дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға.
1986 йылда Мәсетле районы эске эштәр бүлеге дәүләт автоинспекцияһының беренсе начальнигы итеп милицияның кесе лейтенанты Салауат Рауил улы Хәйерзаманов тәғәйенләнә. 1997 йылдан ул – Мәсетле районы эске эштәр бүлегенең милицияның участка уполномоченныйҙары бүлексәһе начальнигы, 2002 йылда йәмәғәт именлеге милицияһы начальнигы итеп ҡуйыла, 2009 йылда милиция майоры дәрәжәһендә отставкаға сыға.
1997 йылдың 16 июнендә Мәсетле районы эске эштәр бүлегенең дәүләт автоинспекцияһы начальнигы вазифаһын 1993 йылдан алып дәүләт автоинспекцияһында юл-патруль хеҙмәте бүлексәһенең тәүтикшереү буйынса инспекторы булып эшләгән Зимфер Зөфәр улы Төхвәтуллин биләй. Ул бүлексәне 2015 йылдың мартына тиклем етәкләне.
Ә апрелдән 2023 йылға тиклем полиция майоры Вадим Булат улы Ғилметдинов ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы була, 2023-2024 йылдарҙа – полиция майоры Вадим Леонидович Шәрипов.
2025 йылдың 7 майынан Рәсәй Эске эштәр министрлығы Мәсетле районы буйынса бүлегенең ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы – полиция капитаны Дамир Мөнир улы Зарипов.
Бөгөн ЮХХДИ бүлексәһендә 12 хеҙмәткәр эшләй: юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының өлкән дәүләт инспекторы Айнур Лотфуллин, юл күҙәтеүе дәүләт инспекторы Айнур Ғәлләмов, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор Алина Шәйехова, юл-патруль хеҙмәтенең өлкән инспекторы Рәсим Хужин, административ ҡануниәтте үтәү буйынса инспектор Миләүшә Ғәниева, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Айнур Латипов, Салауат Шәрипов, Ильяс Ғиләзев, Азамат Яҡупов, Флорид Хәсәнов, Рөстәм Фәтихов.