Мәсетле районында медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар

Оло Ыҡтамаҡ ауылында Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтте.

Мәсетле районында медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотланыларМәсетле районында медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар
Мәсетле районында медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар

Район Мәҙәниәт һарайында мәсетлеләрҙең һаулығы һағында тороусы табиптарҙы, шәфҡәт туташтарын, фельдшерҙарҙы, санитарҙарҙы һәм ғүмерҙәрен медицина менән бәйләгән башҡа хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләнеләр.
Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы баш табибы Анастасия Бәҙәмшина, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы Лилиә Загребельная, баш табиптың медицина бүлеге буйынса урынбаҫары Раян Мөхәмәҙиев, профсоюз ойошмаһы рәйесе Эльмира Ғафарова медицина хеҙмәткәрҙәренә фиҙаҡәр хеҙмәт, һөнәрҙәренә тоғролоҡ һәм кешеләрҙең һаулығы тураһында хәстәрлек өсөн рәхмәт белдерҙе.
Сарала грамоталар һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы һаҡсыһы (вахтеры) Рәйес Ғәлләмов Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы водителе Данил Насиров Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Һаулыҡ һаҡлау тармағындағы ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһының шәфҡәт туташы Елена Свечникова “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән бүләкләнде.
Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан һәм фиҙаҡәр, намыҫлы хеҙмәт өсөн Мәсетле районы хакимиәтенең Рәхмәт хаты үҙәк район дауаханаһының педиатрия бүлексәһе шәфҡәт туташы Гөлшат Хановаға, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы шәфҡәт туташы Миләүшә Әхмәтшинаға, балалар теш табибы Эльвира Ҡушановаға, табип-нарколог кабинеты шәфҡәт туташы Маргарита Моталоваға, табип-хирург кабинеты шәфҡәт туташы Наталья Жильцоваға тапшырылды.
Хеҙмәткә намыҫлы мөнәсәбәт, юғары һөнәри оҫталыҡ, сифатлы медицина ярҙамы, мәрхәмәтлелек һәм халыҡтың һаулығы хаҡында хәстәрлек өсөн һәм медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан район хакимиәтенең почет грамотаһы менән табип-фтизиатр кабинеты шәфҡәт туташы Гөлнара Собханҡолова, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табип-хирургы Сәйходжа Исломов, Яңы Яуыш фельдшер-акушер пункты фельдшеры Анфиса Миндийәрова, ультратауыш диагностикаһы табибы Фирүзә Зарипова, табип-нарколог кабинеты шәфҡәт туташы Светлана Мөхәмәтйәнова, Әжекәй фельдшер-акушер пункты фельдшеры Альбина Солтанова, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының ашығыс ярҙам кабинеты фельдшеры Светлана Ярмушева бүләкләнде.
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар шифаханаһының физиотерапия буйынса шәфҡәт туташы Наталья Вәлиева, физиотерапия буйынса шәфҡәт туташы Елена Лешкова, производство һәм хеҙмәт биналарын йыйыштырыусы Эльмира Әфләтунова Мәсетле районы хакимиәтенең рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Мәсетле районы хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр: баш табиптың медицина бүлеге буйынса урынбаҫары Анна Филимонова, палата шәфҡәт туташтары Ира Хәйүмова һәм Фәнилә Фазлыева, диета шәфҡәт туташы Азалия Хәбибуллина.
Һаулыҡ һаҡлау системаһында фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәт өсөн Мәсетле районы хакимиәтенең рәхмәт хаттары Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы табип-стоматолог-хирургы Гүзәлиә Хафизоваға, ҡабул итеү бүлеге фельдшеры Камил Низаметдиновҡа, аш-һыу бүлмәһе хеҙмәткәре Алла Лавроваға, Ишәле фельдшер-акушер пункты мөдире Илнур Ҡәйүмовҡа, хеҙмәт биналарын йыйыштырыусы Таңсулпан Ғариповаға, табип-анестезиолог-реаниматолог Шөһрәт Сабур Салмонзодеға, Аҙанғол фельдшер-акушер пункты фельдшеры Ҡәтифә Сәбиғиәроваға, участка табибы, педиатр Алһыу Баһауетдиноваға, хирургия бүлегенең палата шәфҡәт туташы Эльвира Маликоваға тапшырылды.
Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр: педиатрия бүлегенең шәфҡәт туташы Ләйсән Хафизова, һатып алыуҙар буйынса төп белгес Кристина Нурисламова, территорияны йыйыштырыусы Әхмәтзиә Мөхәмәтов, Степной фельдшер-акушер пункты фельдшеры Лилиә Моталова, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы акушеры Рәмилә Мозафарова, бухгалтер Надежда Легуш, йоғошло ауырыуҙар бүлегенең хеҙмәт биналарын йыйыштырыусы Надежда Крашенинникова, хирургия бүлегенең хеҙмәт биналарын йыйыштырыусы Светлана Ғибәҙуллина.
“Улар беҙҙең һаулыҡ һағында” номинацияһында беренсе урын яулаған өсөн “Башҡортостан” республика гәзите дипломы менән реанимация һәм интенсив терапия палатаһы шәфҡәт туташы Вера Козионова бүләкләнде.
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһының почет грамотаһы тәрбиәсе Татьяна Журавлеваға, физиотерапия буйынса шәфҡәт туташы Юлия Микушинаға, реабилитация буйынса шәфҡәт туташы Зөлфиә Закирйәноваға, производство һәм хеҙмәт биналарын йыйыштырыусы Наталья Найдановаға тапшырылды.
Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Гөлнара Шаһимәрҙәноваға, Нәргизә Әбдрәхимоваға, Ирина Ғилманшинаға, Айгөл Муллабаеваға, Динә Фәризоваға, Гүзәл Веселовскаяға, Джонибек Кав-раковҡа, Рита Вәзироваға, Светлана Хәкимоваға рәхмәт белдерҙе. Наталья Крючкова һәм Светлана Ишморатова почет грамотаһы менән билдәләнде.
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһының беренсел профсоюз ойошмаһынан Юлиә Микушинаға, Наталья Макаеваға, Зилә Миндиәхмәтоваға, Игорь Орловҡа, Гүзәл Саттароваға, Анастасия Филатьеваға, Анна Филимоноваға рәхмәт белдерҙеләр. Почет грамотаһы менән Рида Әфләтунова, Елена Кобякова, Рима Ҡушанова, Рәлиә Нәбиуллина, Әлиә Нурдәүләтова һәм Злата Швецова бүләкләнде.
Район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре табиптарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Уларҙың эштәренә рәхмәт һәм ихтирам белдереп, вокаль номерҙар менән сығыш яһаны.
Луиза ЗАКИРОВА әҙерләне.

Автор: