Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно

Хеҙмәттәре маҡтауға лайыҡ

Медицина хеҙмәткәрҙәренең эше – ул көндәлек ҡаһарманлыҡ һәм ҙур яуаплылыҡ. Улар ғүмерҙәрҙе ҡотҡара, ҡатмарлы операциялар башҡара, кешеләргә иң ауыр осорҙа ярҙам итә һәм йыш ҡына кешелек мөмкинлектәренең сигендә эшләй.

Хеҙмәттәре маҡтауға лайыҡХеҙмәттәре маҡтауға лайыҡ
Хеҙмәттәре маҡтауға лайыҡ

21 июндә билдәләнгән Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Мәсетле районында эшләгән ошо һөнәр вәкилдәре тураһында һөйләйбеҙ.
Ата-әсәләр өсөн балаһының һаулығы – донъяла иң мөһиме. Шуға күрә табип-педиатр эше ҙур яуаплылыҡ менән айырылып тора. Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһында педиатр булып Әлфиә Буранҡаева эшләй. Ул был өлкәлә ҙур тәжрибә туплаған – 40 йыл балаларҙы дауалай.
Оло Ыҡтамаҡ ауылы ҡыҙы кескәй сағынан уҡ балалар менән аралашыуға ынтыла. Унан бигерәк, ҡыҙ өсөн ата-әсәһенең педиатр дуҫтары өлгө булып тора. Шуға күрә, мәктәпте тамамлағандан һуң, ВЛКСМ-дың 15 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. 1986 йылда хеҙмәт юлын башлай: тәүге пациенттарҙы Өфөләге 6-сы дауахананың балалар бүлексәһендә ҡабул итә. Хеҙмәт йылдарында Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында, Сибай ҡалаһында балалар һаулығы һағында тора.
1995 йылда Оло Ыҡтамаҡ дауаханаһына педиатр булып ҡайта. 2005 йылдан Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһында табип-педиатр булып хеҙмәт юлын дауам итә. Күпмелер ваҡыт баш табиптың дауалау эше буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Әлеге ваҡытта шифаханала өс педиатр эшләй. Әлфиә Буранҡаеваның яуаплылыҡ өлкәһе – өс йәштән ун йәшкәсә балалар. Шифаханала эшләү үҙенсәлеге шунда: балаларҙы сәләмәтләндереүгә айырым ҡарарға, дауалау планын һәр баланың үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп әҙерләргә кәрәк.
Хеҙмәттәштәре һәм етәкселеге уны үҙ эшенең оҫтаһы тип иҫәпләй. Әлфиә Рәмзи ҡыҙы бәләкәй пациенттар менән дә, уларҙың ата-әсәләре менән дә уртаҡ тел таба белә.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн тәжрибәле педиатр Мәсетле районы хакимиәтенең, шифахананың почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының почет грамоталары (2002, 2004, 2009 йылдар), “Башҡорт-остан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе (2010), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесенең Рәхмәт хаты (2019) менән бүләкләнгән.
Әлфиә Рәмзи ҡыҙы фекеренсә, яҡшы педиатр булыу өсөн балаларҙы яратырға, изге йөрәкле һәм профессионал булырға ынтылырға кәрәк.
Ошо уҡ шифаханала үҙ эшенең оҫтаһы Ольга Жильцова 25 йыл балаларҙың һаулығы хаҡында хәстәрлек күрә. Ул Ключевой ауылында тыуған. 37 йыл элек Красноуфимск медицина училищеһын тамамлап, шәфҡәт туташы дипломы ала һәм Красноуфимск районы Натальинск дауаханаһының хирургия бүлегендә хеҙмәт юлын башлай. Һуңыраҡ Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына күсә.
2001 йылда Мәсетле балалар шифаханаһына килә, өс йылдан уны өлкән шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр. Табиптарҙан айырмалы, шәфҡәт туташтары шифахана ҡунаҡтары менән йыш аралаша, уларҙы даими ҡарай, процедуралар башҡара. Шәфҡәт туташтарының үҙ бурыстарына яуап-лы, намыҫлы ҡарауынан күп нәмә тора. Был һөнәрҙе йылылыҡ һәм хәстәрлек бүләк итә белгән изге күңелле кеше генә һайлай ала.
Өлкән шәфҡәт туташы вазифаһында Ольга Жильцова 35 шәфҡәт туташы эшенә етәкселек итә. Был бик ҙур яуаплылыҡ, сөнки эште өҙлөкһөҙ, ваҡытында һәм юғары кимәлдә алып барырлыҡ итеп ойоштороу мөһим.
– Балаларҙың һаулыҡтарын нығытып ҡайтып китеүҙәрен күреү – эшебеҙҙә иң ҡыуаныслыһы, – ти ул.
Шифахана етәкселеге Ольга Александровнаны яуаплы булғаны, эшмәкәрлеге һәм башҡарыусанлығы өсөн хөрмәт итә. Ул – профком ағзаһы, профсоюз сараларын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша.
Ольга Александровнаның профессионаллеге һәм һөнәренә тоғролоғо һоҡландыра. Хеҙмәтен баһалаған наградалары: “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе (2009 йыл), Мәсетле районы хакимиәтенең, республика профсоюз комитетының, шәфҡәт туташтары ассоциацияһының, Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Башҡортостан республика ойошмаһының, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының почет грамоталары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесенең Рәхмәт хаты (2019 йыл).

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Хеҙмәттәре маҡтауға лайыҡ
Хеҙмәттәре маҡтауға лайыҡ
Автор: