Уңыш нигеҙе – тәжрибә һәм камиллашыу

27 майҙа Рәсәйҙә китапханалар көнө билдәләнә. Быуаттар аҡылын һаҡлап һәм белем донъяһын асып, бай хазина туплаған беҙҙең китапханалар. Мәсетле районы китапханаларында үҙ эшен камил белгән, тырыш хеҙмәткәрҙәр эшләй. Был юлы байрам алдынан үҙәк район китапханаһы методисы Зөлфирә Кулова тураһында һөйләйәсәкбеҙ.

Уңыш нигеҙе – тәжрибә һәм камиллашыуУңыш нигеҙе – тәжрибә һәм камиллашыу
Уңыш нигеҙе – тәжрибә һәм камиллашыу

Зөлфирә Рузвельт ҡыҙы һөнәрен аңлы һайлай. 1995 йылда – Өфө китапхана техникумын, 2007 йылда Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлай. Белем алып, ул һөнәренә тоғро ҡала һәм 28 йыл Мәсетле биләмә-ара китапхана системаһының үҙәк район китапханаһында эшләй.
– Эшмәкәрлегемдә күп төрлөлөк оҡшай. Мин эштәрҙе компьютер аша, уҡыусылар, йәштәр, хеҙмәттәш китапханасылар менән алып барам, проекттарҙы ғәмәлгә ашырам. Быларҙың барыһына ла өлгөрөү өсөн ваҡыт талап ителә, – ти Зөлфирә Кулова.
Бөгөн Зөлфирә Рузвельт ҡыҙы китапханасы булараҡ ҡына билдәле түгел. Уның тарафынан уңышлы тормошҡа ашырылған “Мәсетле ере яҙыусылары” һәм “Китап менән осрашыу” ҡурсаҡ театры” кеүек Президент гранттары фондында еңгән проекттар авторы, ә 2024 йылда ул “Бөтә ғаилә менән китапханаға” проекты менән “Халыҡ тарихының бер өлөшө булараҡ ғаилә тарихы” Рәсәй конкурсында “Китапхана һәм ғаилә традицияларын һаҡлау” номинацияһында I дәрәжә лауреат булды. Грант эшмәкәрлегендә тәжрибәһе булыуы, видеороликтар төшөрөү һәм онлайн саралар үткәреү оҫталығы менән ул бик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште.
Китапхана системаһы методисы булараҡ, Зөлфирә Рузвельт ҡыҙы стратегик планлаштырыу һәм филиалдарҙың эшен көйләү менән шөғөлләнә. Ул китапханасыларҙың һөнәри кимәлен күтәреүгә һәм компьютер грамоталылығын арттырыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Хеҙмәттәштәр өсөн көнүҙәк темаларға семинарҙар уҙғара, “Иҫтәлекле даталар календары”, “Word системаһында эшләү”, “Социаль селтәр ярҙамында уҡыуҙы әүҙемләштереү” кеүек методик материалдар әҙерләй. Урындарҙа эште ойоштороуҙың төрлө мәсьәләләре буйынса шәхси оператив консультацияларға күп ваҡыт бүлә.
Зөлфирә Кулова конкурс сараларында автор һәм куратор булараҡ әүҙем ҡатнаша. Уның тырышлығы менән үҙәк район китапханаһы, үҙәк моделле балалар китапханаһы һәм китапхана филиалдары Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеларына 100000 һум күләмендә аҡсалата дәртләндереү алыуға конкурста еңеүсе булды.
Зөлфирә Рузвельт ҡыҙы үткәргән барлыҡ саралар ҙа көнүҙәк булыуы һәм һөҙөмтәлелек менән айырылып тора. Ул район сараларында әүҙем ҡатнаша, төрлө тематик кисәләр өсөн сценарийҙар әҙерләй.
Хеҙмәт йылдарында район конкурстары, онлайн-флешмобтар, марафондар ойоштора һәм үткәрә. Башҡортостан Республикаһында Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы, “Гилком” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең филателияны пропагандалау буйынса пилот проекты сиктәрендә уҙған “Юл. Йәйәүле. Автомобиль” онлайн сараһы айырыу- са иғтибарға лайыҡ. Ул иң яҡшы эштәр иҫәбенә ингән.
Зөлфирә Кулованың фекеренсә, китапханасы даими уҡырға тейеш. Ул үҙе лә белем камиллаштырыу курстарында шөғөлләнә.
– Зөлфирә Рузвельт ҡыҙы бик яуаплы һәм инициативалы, белемле белгес, үҙ вазифаһында компетентлы. Шуныһы мөһим – ул белемен өҙлөкһөҙ камиллаштыра, квалификацияһын күтәрә, – ти Мәсетле биләмә-ара китапхана системаһы директоры Светлана Ғәлимова.

Камилла
МУСАКӘЛИМОВА.

Автор: