

Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһында тырыш һәм белемле медсестралар коллективы тупланған. Тыныс, яуаплы, иғтибарлы – улар ҡунаҡтарыбыҙҙы йылмайып ҡаршы ала һәм дауаланыу барышында һәр ваҡыт эргәләрендә ҡала.
Бында барыһы ла татыу, бер-береһен хөрмәт итәләр, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр. Шәфҡәт туташтарыбыҙ – коллегалар ғына түгел, фекерҙәштәр командаһы ла. Бөгөн яҙмыштары һәм хеҙмәте айырым иғтибарға лайыҡ булған ике ғәжәйеп хеҙмәткәр тураһында ентекләберәк һөйләйем.
Татьяна Храмцова – палата шәфҡәт туташы. 1980 йылда Свердловск ҡала медицина училищеһын тамамлай, хеҙмәт эшмәкәрлеген шифаханала башлай. 1983-1984 йылдарҙа Татьяна Леонидовна Волга автомобиль заводының балалар учреждениелары идаралығында шәфҡәт туташы булып эшләй. Әммә йөрәк ҡушыуы буйынса ул тыуған районындағы шифаханаға ҡайта, унда 40 йылдан ашыу эшләй. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Татьяна Леонидовна “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе менән бүләкләнгән, бик күп грамоталары һәм рәхмәт хаттары бар. Тыныс, яуаплы, ышаныслы – ул һәр ваҡыт кәрәкле урында.
Зөлфиә Зәйнәғетдинова – физиотерапия буйынса шәфҡәт туташы. 2003 йылда Һатҡы медицина училищеһын тамамлап, дипломлы белгес булып сыға. Һатҡы суйын иретеү заводында – фельдшер, һуңынан Себерҙә балалар поликлиникаһында, ә 2016 йылдан шифаханабыҙҙа шәфҡәт туташы булып эшләй. Изге күңелле, ярҙамсыл, ысын активист, коллективта хөрмәт яулаған. Балалар уның процедураларына ҙур теләк менән бара, сөнки бында йылы мөнәсәбәт һәм хәстәрлек менән ҡаршы алалар.
Әлбиттә, беҙҙең көс – бер-ҙәмлектә. Татьяна Леонидовна һәм Зөлфиә Зыяфетдин ҡыҙы менән бергә башҡа шәфҡәт туташтары ла эшләй. Һәр береһе – ҙур һәм татыу ғаиләбеҙҙең мөһим өлөшө. Улар түҙемле, оҫта, һиҙгер йөрәкле. Шифахана коллективының үҙ эшенә тоғро ысын профессионалдарҙан тороуы бик ҡыуаныслы. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!
Зөлфиә КӘРИМОВА,
Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы профкомы рәйесе.