Мәсетле тормошо
+24 °С
Облачно

42 йыл һаулыҡ һағында

Йыл һайын 12 майҙа Халыҡ-ара шәфҡәт туташы көнө билдәләнә. Был көндө һөнәрҙе йөрәк ҡушыуы буйынса һайлаған аҡ халатлылар тураһында һөйләйбеҙ.

42 йыл һаулыҡ һағында42 йыл һаулыҡ һағында
42 йыл һаулыҡ һағында

Шундай шәфҡәт туташтарының береһе – Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы хеҙмәткәре Зөлфиә Фазлетдинова.
Зөлфиә Исмәғил ҡыҙы Оло Аҡа ауылында ишле ғаиләлә тыуған. Ул алтынсы, иң кесе ҡыҙ була. Атаһы – фронтовик Исмәғил Биктимер улы Биктимеров ҡамауҙа ҡалған Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнаша, һуғыш инвалиды. Әсәһе колхозда эшләй, балалар тәрбиәләй. Һуғыштан һуң ғаилә еңел йәшәмәй, ләкин ата-әсә балаларында хеҙмәткә һөйөү, намыҫ һәм мәрхәмәтлек кеүек төп ҡиммәттәрҙе тәрбиәләүгә өлгәшә.
Оло Аҡа мәктәбенең 10-сы класын тамамлағандан һуң, Зөлфиә Исмәғил ҡыҙы Свердловск ҡалаһына (хәҙерге Екатеринбург) юллана, унда медицина училищеһында шәфҡәт туташына уҡып сыға. 1984 йылда Екатеринбург ҡалаһының 9-сы балалар дауаханаһында операция шәфҡәт туташы булып һөнәри эшмәкәрлеген башлай. Нәҡ унда ысын тормош мәктәбен үтә һәм ҙур тәжрибә туплай.
– Хирургияла эшләү, айырыуса операция ваҡытында, һәр саҡ ҙур тулҡынланыу тыуҙырҙы. Тап шунда иң иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәр булды. Мин тормошомдо медицина менән бәйләремде бала саҡтан белә инем. Был йүнәлеште ғаиләмдә мин генә һайланым, апайҙарым һәм ағайҙарым башҡа тармаҡтарға китте. Ике туған һеңлеләрем минән өлгө алды, – ти Зөлфиә Исмәғил ҡыҙы.
1993 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылына күсеп килә, үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә операция шәфҡәт туташы булып эшләй башлай. Оҙаҡламай кейәүгә сыға һәм ҡыҙ бала таба. 2002 йылдан поликлиникала ультратауыш диагностикаһы кабинеты шәфҡәт туташы вазифаһына күсә.
Зөлфиә Исмәғил ҡыҙы 42 йыл медицинала эшләй. Уның хеҙмәте Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы һәм башҡа наградалар менән билдәләнгән.
– Йәш белгестәрҙең үҙ эшен яҡшы белеүе мөһим. Һәр медицина кабинетының үҙенсәлеге бар... Шәфҡәт туташы – ул тәғәйенләүҙәрҙе башҡарыусы ғына түгел, ул шулай уҡ психолог функцияһын да үтәй. Беҙ пациенттарыбыҙҙы иғтибар менән тыңлайбыҙ, кәңәштәр бирәбеҙ. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә республика тарафынан ҙур иғтибар бүленеүе ҡыуандыра. Хеҙмәткәрҙәр өсөн төрлө ярҙам саралары ҡаралған: остазлыҡ өсөн өҫтәмәләр, социаль гарантиялар, ә ауыл еренә эшкә ҡайтҡандар өсөн “Ауыл фельдшеры” һәм “Ауыл табибы” программалары буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр бар. Был йәш кадрҙарға тиҙерәк яраҡлашырға һәм үҙҙәрен һөнәрҙәрендә ышаныслы тойорға ярҙам итә. Үҙәк район дауаханаһына һәм поликлиникаға яңы ҡорамалдар, әйтәйек, УЗИ аппараттары, лаборатория анализаторҙары, операция һәм процедура кабинеттары өсөн ҡорамалдар даими килтерелә. Был диагностиканың дөрөҫлөгөн генә түгел, һәр пациентты дауалау сифатын да арттыра, – тип билдәләй Зөлфиә Исмәғил ҡыҙы.
Буш ваҡытында Зөлфиә Фазлетдинова баҡса менән шөғөлләнә, сәскәләр үҫтерә. Тағы ла сигергә ярата. Әҙер эштәрҙе туғандарына бүләк итә. Әле ул хеҙмәт эшмәкәрлеген тамамлап, хаҡлы ялға сыҡты, әммә йөрәге менән элеккесә медицинала ҡала.

ӘЙТКӘНДӘЙ,
Башҡортостанда медицина белгестәренә ярҙам күрһәтеү буйынса эштәр дауам итә. 17 тар йүнәлеште үҙ эсенә алған яңы программа эшләй башланы. Улар араһында – акушер-гинекологтар, анестезиолог-реаниматологтар, хирургтар, кардиологтар, неврологтар, офтальмологтар, психиатрҙар, травматолог-ортопедтар, ашығыс медицина ярҙамы табиптары, стоматологтар һәм башҡалар.
Бәләбәй, Белорет, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Туймазы дауаханаларында эшләгән табиптарға 2 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Аҡса өлөшләп түләнә: ике йыл дауамында йылына 1-әр миллион һум.
Программала яңы ғына юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәр ҙә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән Башҡортостанға күсеп килгән табиптар ҙа ҡатнаша ала. Мотлаҡ шарт – килешеү буйынса кәм тигәндә 5 йыл эшләү.
Башланғыс Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы менән тормошҡа ашырылды.
Бынан алда республикала бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр табиптар өсөн 1,5 миллион һумға, фельдшерҙар өсөн 750 мең һумға тиклем арттырылды.

Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: