Һөнәри байрамдар
28 Апреля , 04:35

Уларҙың бурысы – ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу

28 апрелдә беҙ беренсе булып ярҙамға килгән медицина хеҙмәткәрҙәренә оло хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уларҙың эшендә һәр секунд ҡәҙерле.

Уларҙың бурысы – ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыуУларҙың бурысы – ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу
Уларҙың бурысы – ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу

Бөгөн Мәсетле районының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте коллективында 15 кеше эшләй, уларҙың һәр береһе ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу сылбырында алыштырғыһыҙ звено булып тора. Был профессионалдарҙың берҙәм командаһына фельдшерҙар Игорь Двойнишников, Ралиә Сафина, Лена Йәрмөхәмәтова, Дилара Хамматова, Владислав Пятков, Лилиә Латипова, шулай уҡ өлкән фельдшер Гөлназ Кәбиева инә, уның иңендә айырым яуаплылыҡ ята. Шулай уҡ санитар-водителдәрҙең роле лә мөһим, сөнки ярҙам килеү тиҙлеге тап уларҙың ҡатмарлы юл шарттарында автомобиль менән идара итеү оҫталығына бәйле. Был составта Эдуард һәм Илдар Ғизәтуллиндар, Илфат Һаҙыев, Фидан Солтанов, Александр Акулов, Руслан Вәзиров, Зиларис Нафиҡов һәм Денис Ғарипов хеҙмәт итә.
– Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре тәүлегенә уртаса 12–15 шылтыратыу ҡабул итә. Тәү сиратта аң юғалтыу, йөрәк ауыртыуҙары, тын алыу ауырлашыу, ағыуланыу һәм йәрәхәттәр осрағы кеүек ашығыс саҡырыуҙарға сығабыҙ. Күпселек осраҡта 40–60 йәштәге кешеләр була. Шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡ зонаһы район үҙәге менән генә сикләнмәй – уға тағы 49 ауыл инә, – тип һөйләй өлкән фельдшер Гөлназ Кәбиева.
Был һөнәр хеҙмәткәрҙәрҙән юғары кимәлдә стресҡа сыҙамлылыҡ, ҡыҫҡа ваҡытлы шарттарҙа тиҙ анализлау һәм эш итеү һәләте, мәғлүмәтле булыуҙы талап итә. “Ашығыс ярҙам” бригадаларының эшмәкәрлеге һәр ваҡыт кешеләргә хеҙмәт итеүҙең һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә гражданлыҡ бурысын үтәүҙең иң сағыу өлгөләренең береһе булып ҡала.
Ошо көндәрҙә район үҙәге халҡы “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуына йәнә шаһит булды. 15 апрелдә Оло Ыҡтамаҡ ауылында “5 Плюс” магазинына үҙен насар тойған йәш кеше инә, уны бал ҡорто саҡҡан була. Ир һатыусыға бал ҡортона аллергия булыуы тураһында хәбәр итеп өлгөрә һәм аңын юғалтып йығыла, тыны ҡыҫыла башлай. Ҡатын шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” бригадаһын саҡыра. Адрес буйынса оператив рәүештә Гөлназ Кәбиева килә, ул тейешле медицина манипуляциялары үткәрә, һөҙөмтәлә пациенттың хәле тотороҡлана. Тиҙ арала ярҙам күрһәтелгәндән һуң, ир Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына оҙатыла, ә һуңынан, хәле яҡшырғас, өйөнә ҡайтарып ебәрелә. Һатыусының юғалып ҡалмай эш итеүе һәм фельдшерҙың үҙ эшен камил белеүе һөҙөмтәһендә кеше ғүмере ҡотҡарыла.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

Автор: