Һөнәри байрамдар
15 Апреля , 05:25

Һаулыҡ һағында

Йыл һайын 15 апрелдә Халыҡ-ара лаборатория диагностикаһы буйынса белгестәр көнө билдәләнә. Был байрам 1996 йылда Халыҡ-ара биомедицина лаборатория тикшеренеүҙәре федерацияһы (IFBLS) тарафынан булдырыла.

Һаулыҡ һағындаҺаулыҡ һағында
Һаулыҡ һағында

Уның маҡсаты – лаборатория диагностикаһы өлкәһендәге белгестәрҙең эшенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алыу һәм йәмғиәткә уларҙың сифатлы медицина ярҙамын тәьмин итеүгә индергән өлөшөн күрһәтеү. Был белгестәрҙең профессиональ эшмәкәрлеге йыш ҡына баһаланмай ҡала, әммә тап улар ауырыуҙарҙы диагностикалауҙа һәм һөҙөмтәле дауалауҙы тәғәйенләүҙә төп роль уйнай. Һөнәри байрамда тәжрибәле диагностика белгесе менән таныштырабыҙ.
Гөлнәзирә Тимерғәзиева 1961 йылдың 15 апрелендә Тимерәк ауылында күп балалы Әлимбаевтар ғаиләһендә тыуған. Атаһы, Вәли Миндиәхмәт улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
Гөлнәзирә Вәли ҡыҙы Йонос мәктәбендә һигеҙ класты “бишле” билдәләре менән тамамлай, шунан һуң Өфөнөң 1-се медицина училищеһына фельдшер-лаборант бүлегенә уҡырға инә, сөнки бала саҡтан табип булырға хыяллана.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген йәш белгес Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһында башлай. 1989 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай, был уның алдында лаборатория диагностикаһы өлкәһендә яңы офоҡтар аса. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында һәм Өфө ҡалаһының ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында табип-лаборант булып эшләй.
1997 йылда тыуған Мәсетле районына ҡайта һәм шул ваҡыттан алып Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында клиник-диагностика лабораторияһы биологы вазифаһында эшләй. Ул коллективтың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора, уның профессионализмы һәм эшкә тоғролоғо юғары баһалана.
– Лабораторияның юғары профессиональ, берҙәм командаһы менән ғорурланам. Минең менән бергә фельдшер-лаборанттар Зөһрә Вәзирова, Әлфирә Әлимбаева, Гөлнәзирә Мусакәлимова, Гөлнара Шаһимәрҙәнова, Эльвира Рамазанова, Зилә Зарипова һәм санитарка Лена Закирова эшләй. Коллегаларыма көндәлек хеҙмәте, тырышлыҡтары, ҙур теләк менән эшләүҙәре өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм, – ти ул.
Гөлнәзирә Вәли ҡыҙының һаулыҡ һаҡлау системаһында күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте рәхмәт хаттары һәм наградалар менән билдәләнгән: “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” күкрәк билдәһенә, район хакимиәтенең һәм республика Профсоюздар комитетының Почет грамоталарына эйә.
Гөлнәзирә Тимерғәзиеваның ире лә Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһында табип булып эшләне, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2001 йылда ул вафат булды.
Гөлнәзирә Вәли ҡыҙың улы Эмиль Екатеринбургта ғаиләһе менән йәшәй һәм эшләй. Улы медицина менән бәйле булмаған юл һайлай. Урал дәүләт элемтә юлдары университетының (УрГУПС) электромеханика факультетын тамамлаған.
Буш ваҡытын ҡатын баҡсасылыҡҡа һәм сәйәхәттәргә бағышлай. Көн һайын саф һауала йөрөргә ваҡыт таба, был һаулыҡҡа һәм яҡшы кәйефкә юл, тип иҫәпләй.

Шул арала
13 апрелдә “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә республика буйынса “Сәләмәтлек поезы” үҙ эшен башлай.
Ауылдарҙа йәшәүселәргә йәнә табип-белгестәрҙән консультация алыу, диагностик тикшереүҙәр үтеү, ҡандағы холестерин, шәкәр кимәлен, ҡан баҫымын һәм башҡа күрһәткестәрҙе тикшереү мөмкинлеге буласаҡ. Маршрутта һеҙҙең ауылығыҙ планлаштырылмаһа ла, уңайлы булған тораҡ пунктҡа “Сәләмәтлек поезы”на мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Алдан яҙылырға кәрәкмәй.
Өҫтәп әйтәбеҙ, һаулыҡ поездары өҫтөнлөклө рәүештә төпкөл ауылдар халҡы дауаханаға барып етә алмаған тораҡ пункттарға сыға.
“Сәләмәтлек поезы” Мәсетле районының Оло Аҡа ауылына – 15–17 июндә, Ләмәҙтамаҡҡа – 18–19 июндә, Түбәнге Бобинға – 23–25 июндә, Яңы Мишәргә – 26–30 июндә, Оло Ыҡтамаҡҡа – 1–6 июлдә килә.


Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: