Ҡотош ауылында тыуып үҫкән Рита Закир ҡыҙы тәрбиәсе һөнәрен һайлай. Өфө ҡалаһында белем алып, 34 йыл ғүмерен ошо һөнәргә бағышлай. Башта – Ҡотош балалар баҡсаһында, һуңынан тағы ла биш йыл Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Светлячок”та эшләй. 2021 йылда осраҡлы ғына клубҡа эшкә килә һәм үҙенең булмышы бында икәнлеген аңлай. Клуб мөдире вазифаһында ул матди мәсьәләләрҙе хәл итә, коллективтың эшен алып бара, документтар менән шөғөлләнә.
– Эшемдән бик ҡәнәғәтмен. Миңә коллектив та, халыҡ менән эшләү ҙә бик оҡшай, – тип уртаҡлаша етәксе. – Бейеүгә һәм театрға ҡарата һөйөүемдең бында тағы ла нығыраҡ көсәйеүе минең өсөн ҙур кинәнес. Ҡотош һәм Ләмәҙтамаҡ халҡы ихлас һәм изге күңелле, һәр ваҡыт ярҙамдарын тоябыҙ. Беҙгә йыр-бейеүгә ғашиҡ кешеләр килә, улар тырышлығы менән концерт һәм спектаклдәрҙә һәр саҡ тамашасылар бар. Ауыл халҡы сығыштарыбыҙҙы бик йылы ҡабул итә.
Уның ижади тәбиғәте күп өлкәләрҙә сағылыш таба. Рита Закир ҡыҙы “Мәрйен” бейеү һәм йыр ансамблендә ҡатнаша, урындағы театр режиссеры булып тора. Уның етәкселегендә “Хыял” театр коллективы яңы составта халыҡ ансамбле исемен раҫланы.
Үҙе үк артистар өсөн үҙенсәлекле костюмдар тегә, ҡатнашыусыларға уй-фекерҙәрен сәхнәлә тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта ул ҡыҙҙар өсөн ҡабартмалы ҡайыу түңәрәге лә алып бара.
Клуб райондың Мәҙәниәт һарайы һәм башҡа мәҙәниәт учреждениелары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, дуҫтарса мөнәсәбәт төҙөй.
“Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһында ҡатнашыу улар өсөн ҙур ҡаҙаныш булып тора, һөҙөмтәлә халыҡ ярҙамы менән музыка аппаратураһы һатып алалар.
Рита Закир ҡыҙы бөтә коллектив менән бергә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, ауыл Советы депутаты булып тора. 2025 йылда ул Мәсетле районы Советының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Әммә мөдир өсөн иң мөһим награда – тәрбиәләнеүселәренең ҡыҙыҡһыныуы, коллегаларының таныуы һәм ауыл халҡының йылы тойғолары. Уның өсөн был бәйләнеш бик мөһим. Һәр ваҡыт эшкә дәртләндергән, ярҙам итергә әҙер булған ире, балалары уның өсөн һүнмәҫ көс һәм илһам сығанағы булып тора.
Ҙур тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһе туплаған Рита Закир ҡыҙы менән бергә эшләгән коллегаһы Таңһылыу Мозафарова бала саҡтан уҡ сәхнә сәнғәтен һайлай. Һөләймән ауылында тыуып үҫкән Таңһылыу Рәфил ҡыҙы өсөн һөнәргә юл Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында башлана. Унда хореография йүнәлеше буйынса уҡып сыға. Бөгөн алған белемен һәм бейеүгә булған һөйөүен клуб эшендә уңышлы файҙалана. 2022 йылдан үҙәкләштерелгән клуб системаһының художество етәксеһе вазифаһын биләй.
– Мин балалар һәм өлкәндәр менән эшләйем, бергәләп фольклорҙы һәм заманса бейеүҙәрҙе өйрәнәбеҙ, спектаклдәр ҡуябыҙ, шулай уҡ музыкаль биҙәлеш өсөн яуаплымын, – тип һөйләй ул. – Минең өсөн иң мауыҡтырғысы – яңы бейеү һалыу, шулай уҡ балалар һәм йәштәр дискотекалары, байрам саралары ойоштороу.
Ныҡышмалы хеҙмәт һөҙөмтәһендә клуб коллективтары төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулай. “Бәпембә” балалар бейеү ансамбле төркөмө сәхнәлә уңышлы сығыш яһай. Өлкәнерәк “Ынйыҡай” төркөмө балалары “Әй ынйылары” район конкурсында I урын яуланы, шулай уҡ “Таланттар йәйғоро” асыҡ конкурсында I дәрәжә лауреат булды. “Дуҫлыҡ” балалар төркөмө “Еңеү салюты” район фестивалендә ҡатнашып, II урын алды. Ул ижадтың башҡа йүнәлештәрен дә үҙләштерә: ҡабартмалы ҡайыу серҙәрен өйрәнеп, ҡумыҙҙа уйнау оҫталығын нығытып, уңыштарға өлгәшә.
Тормош иптәше Илсур Ильяс улы менән дә сәхнә таныштыра: егет һөйкөмлө ҡыҙҙы концертта күреп ҡала. Хәҙер уларҙың улдары Кәрим үҫеп килә.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.