Көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинаттары СССР тарҡалғанға тиклем хеҙмәт итә һәм халыҡтың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә. Ул ваҡытта Мәсетле районында граждандарҙың көнкүреш тормошо хаҡында башҡа өлкәләр менән бер рәттән хәстәрлек күргәндәр, сөнки магазин кәштәләрендә бөгөнгө кеүек кейем-һалым, аяҡ кейеме һәм киң ҡулланыу тауарҙары һығылып тормаған. Ауыл халҡына кейенергә, сәсен модалы киҫтерергә, әйберҙәргә химик таҙартыу үткәрергә, көнкүреш техникаһы һәм телевизорҙарҙы йүнәтергә көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинаты (КБО) ярҙам иткән.
Бөгөн КБО функцияларының береһен Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Версаль” ҡорғандар салоны башҡара. Уның исеме көнкүреш хеҙмәттәре өлкәһендә профессионализм һәм новаторлыҡ символына әүерелде. Салондың хужаһы – Ольга Лукьянова.
“Версаль” салонының тарихы бер оҫта эшләгән бәләкәй бинанан һәм ҙур булмаған ассортименттан башлана. Әммә дәүләт ярҙамы менән 2014 йылда бизнес үҫешкә субсидия ала: заманса техника һәм мебель һатып алына, тәҡдим ителгән хеҙмәттәрҙең ассортименты киңәйтелә.
Бөгөн “Версаль” салоны “Баҙар” сауҙа үҙәгендә урынлашҡан. Хеҙмәткәрҙәр штаты тәжрибәле тегенселәрҙән тора, улар клиенттарға туҡыма һәм фурнитура һайларға ярҙам итә.
Оҫтаханала 2016 йылдан Наҙгөл Кәримова, 2025 йылдан Екатерина Борханова кеүек тәжрибәле тегенселәр эшләй. Уларҙың һөнәри оҫталығы туҡыманы һәм әйберҙең фасонын һайлауҙан алып профессиональ тегеүгә һәм әҙер продуктты илтеп биреүгә тиклем эштең бөтә аспекттарында ла сағыла.
Салонда хеҙмәттәр спектры киң: шәхси ҡорған дизайндары әҙерләү һәм тегеү, сәхнә кейемдәре, костюмдар әҙерләү, шулай уҡ кейем ремонтлау эштәре башҡарыла.
– Беҙҙең салонда һәр заказ биреүсегә һәм һатып алыусыға индивидуаль ҡараш, иғтибарлы мөнәсәбәт, заказ-дарҙы теүәл үтәү һәм материалдарҙың юғары сифаты салонды район халҡы араһында популяр итә, – тип билдәләй Ольга Сергеевна. – Бында юғары сифатлы туҡымалар, декоратив элементтар һәм төрлө фурнитура һатып алырға мөмкин. Әлеге ваҡытта клиенттар өсөн махсус тәҡдим ғәмәлдә: селтәр һәм ҡорған туҡымаларына ташламалар яһала.
Заказсыға уңайлы булһын өсөн белгестең өйгә йәиһә заказ биреүсе ойошмаға барып, аныҡ үлсәүҙәр яһау һәм дизайн тәҡдим итеү хеҙмәте ҡаралған.
Салон райондың мәҙәниәт учреждениелары, ойошмалары, балалар баҡсалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, сәхнә костюмдарын һәм интерьерҙы сифатлы итеп биҙәй.
Беҙҙең адрес: Мәсетле районы, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Үҙәк урам, 7А, “Баҙар” сауҙа үҙәге.
Салон дүшәмбенән алып йомаға ҡәҙәр 9.00-дән 18.00-гә тиклем тәнә-фесһеҙ эшләй, шәмбе – 09.00-дән 14.00-гә тиклем, йәкшәмбе – ял көнө. Телефон: 8-917-752-73-73.
Луиза ЗАКИРОВА.
Реклама хоҡуғында.
318028000026612 һанлы ОГРН.